Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ожмах баҡсаһы

– Ожмах баҡсаһына әйләндерәм мин был ерҙәрҙе, – ти торғайны тормош ип­тә­шем Әнүр. Шулай тип башланы әңгәмәбеҙҙе Фәнирә ханым. Өфө райо­нының Таптыҡ ауылында йәшәгән Сләүсиндәрҙең 22 сутый ере, ысынлап та, ожмах баҡсаһына тиң. Ошо майҙанға төп өйҙәре лә, мунса-һарайҙары ла, ғаилә ҡорған улдары Айнурҙың өйө лә, теплицаһы ла – бөтәһе лә һыйған. Ер кешеһе ерҙе буш ятҡырмаҫ Өс балалары ла – Айнур, Гөлсәсәк, Илнур – Өфөлә, хәҙерге Ҡасим Дәүләт­килдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһында уҡығас, Сләүсиндәр, Мәләүездәге өс бүлмәле фатирҙарын һатып, баш ҡалаға күсеп килә. Тәүге мәлдә ғаилә башлығы Черниковка биҫтәһендәге баҡсасылар ширҡәтенә ҡарауылсы булып урынлаша һәм шундағы өйҙә йәшәйҙәр. Аҙаҡ ошо Таптыҡ ауылынан йорт һатып алып, бында күсенәләр. Өфөгә килеүҙәренә лә сирек быуат ваҡыт үтеп киткән. Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә уңған, тырыш Сләүсиндәр үҙ төйәктәрен, ысынлап та, ожмах баҡсаһына әйләндерәләр. Ер биләмәләре ентекле уйлап план­лаштырылған. Сик буйҙарына күп йыллыҡ ағастар ултыртылған. 13 төп мөһабәт шыршы һаҡсылар кеүек, төҙ генә булып үҫкән. Емеш ағастары ла бихисап. Бер нисә төрлө алмағас, һары, зәңгәр слива, ырғай, сейә, груша, һыр­ғанаҡ, гөлйемеш, сейә, муйыл, ҡыуаҡ­лыҡтарҙан ҡыҙыл, ҡара, аҡ ҡарағат, ҡурай еләге, йәшел, ҡыҙыл крыжовник, айыу баланы, өс төрлө виноград үҫә. Ауыл өйөндә йәшәгәс, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнмәй мөмкин түгел. Ер кешеһе ерҙе буш ятҡырмаҫ. – Картуфты ике сутыйҙа ғына сәсәбеҙ. Биш биҙрә ултыртһаҡ, 30 биҙрә алабыҙ. Сәсер алдынан фитоспорин менән марганцовкалы һыуҙа ике сәғәт тоттом орлоҡтарҙы. – Белеүебеҙсә, ниндәйҙер тәжрибә лә үткәреп ҡарайһығыҙ, буғай. – Көҙҙән гәрсис менән арыш сәсеп ҡалдырҙыҡ. Быйыл 10 майҙа ғына ултырттыҡ картуфты. Улыбыҙ Айнур, уның ҡыҙҙары, алты һәм ете йәшлек ейәнсәрҙәрем Әҙилә менән Айлинә ярҙам итте. Уларҙың ҡул араһына инеп, булышып йөрөүенә ныҡ һөйөндөм. Үҙемдең билем ауыртып яфалана инем. Шулай ҙа һәр төпкә бер ус көл менән әфлисун онтағы һалып йөрөнөм. – Әфлисун онтағы? Тәүгә ишетәм. Уның ниндәй файҙаһы бар һуң? – Картуфты йырғыслап йөрөгән ҡорттар яфалай. Шул ҡоротҡостар тиреҫ менән ергә керә, тиҙәр бит. Шу­ларҙан әфлисун ҡабығы ярҙам итә, тип уҡығайным интернеттан. Ике йыл йый­ҙым әле уларҙы. Киптереп, он һымаҡ итеп онтаҡланым. Бөтә ергә лә етмәне. Ҡайҙа хәтлем һалғанымды билдәләп кит­тем. Ҡарап ҡарарбыҙ: ярҙам итерме-юҡмы? Уңыш алдан хәстәрләнә – Баҡсағыҙҙы көҙҙән үк тәртипкә килтереп, түтәлдәр яһап, ҡайһы бер йәшелсәне сәсеп ҡуйғанһығыҙ. Нисек ҡыш сыҡҡандар? – Һуған, һарымһаҡ, кишерҙе көҙҙән сәскәйнем. Ҡыр сысҡандары күп булып, кишер түтәлдәрен йырмыслап, тапап, туҙҙырып бөткәндәр. Киренән сәсергә тура килде. – Ғөмүмән, баҡса миҙгеле ҡасан башлана һеҙҙә? – Редис менән борсаҡты апрель урталарында сәстем. Редис һәйбәт кенә үҫеп ултыра. – Юҡ, мин помидор, борос кеүек үҫентеләрҙе ҡасан сәсәһегеҙ, тип һорайым. – Илнур улым Сорғоттағы Ҡурсаҡ театрында рәссам булып эшләй. Премьераһын ҡарарға барыр алдынан февраль башында боростарҙы сәсеп киттем. Йөрөп ҡайтыуыбыҙға аҙна ла ваҡыт үтмәне, ҡараһам, бытырлашып килеп тә сыҡҡандар. Магазиндан алған орлоҡ улай тиҙ шытмай торғайны. – Ә быларын магазиндан алманы­ғыҙмы ни? – Магазиндан, әммә орлоҡ килеш түгел, ә боростоң үҙен алдым да, эсен­дәге орлоғон сәстем. Икенсе йыл шулай итәм инде. Бына тигән булып үҫә. – Ҡыҙыҡ! Башҡа баҡсасыларға бер тәжрибә! Былтыр боростарың­дың эрелеген күреп, сит илдәрҙән кил­гән­дәренән бер нимәһе менән дә айы­рылмағанына аптырағайным шул. – Быйыл ике төрлөһөн генә – ҡыҙыл менән һарғылтын ғына сәстем, үткән йыл йәшеле лә, һарыһы ла бар ине. – Йәшелсәләрең, тәмләткестәрең хаҡында ла һөйлә әле. Укроптарың кешенән дә бейек булып үҫә, зонтик­тары ла баш ҙурлыҡ. Ниндәй сорт ул? – Сорты онотолған инде. Бер сәскәйнек, келәм кеүек түшәлеп үҫеп тик ултыра. Орлоҡтарын өс литрлыҡ өс банкаға тултырып ҡуйҙым. Кешеләргә лә тараттым. Төрлө салат яһағанда, кәбеҫтә, ҡыяр тоҙлағанда файҙаланам. Орлоғон сәй итеп тә эсәм. – Бер сәсһәң, гел үҫеп ултырған тәмләткестәр баҡсасы өсөн рәхәт инде... – Петрушка, шпинат, ҡуҙғалаҡ, ирәүән, һуған шулай йыл да сыға. Ҡуҙғалаҡты үҙем дә ашайым, ашҡа ла һалам, себештәргә лә ашатам, бәлештәр ҙә, бөйөрөктәр ҙә бешерәм. Базиликты ғына йыл да сәсергә тура килә. – Себештәрҙе һатып алаһығыҙмы? – Юҡ, үҙебеҙ сығарабыҙ. Әле тәүге партиянан ни өсөндөр һигеҙ генә себеш сыҡты. Икенсегә тағы 40 йомортҡа һалып ҡуйғайным, нисек булыр. – Таптыҡҡа күскәне бирле тауыҡтан өҙөлмәйһегеҙ ҙә шикелле... – Эйе, иптәшем Әнүрҙең тыуған яғы Күгәрсен районының Һапаш ауылынан 19 майҙа 19 себеш сығарып биргәй­неләр, шунан бирле йомортҡаһын да ашап кинәнәбеҙ, күрше-тирә һорап килһә, артығын һатып та ебәрәбеҙ. Шуныһы һәйбәт: был тауыҡтар ҡыш та йомортҡа һала. Аллаға шөкөр, тауыҡ һурпаһынан да өҙөлгәнебеҙ юҡ. Былтыр ҡышҡылыҡҡа 30 тауыҡты һуйып алдыҡ. – Тауыҡ “һуғымы” булған икән... Бер түгел, ике ҙур һандыҡ туңдыр­ғысығыҙ булғас, һәйбәт инде... – Шулай. Мин бит баҡсабыҙҙа үҫтергән бөтә уңышты ла тиерлек туңдырып ҡуям. Щи, борщ кеүек аштар бешерер өсөн кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөрҙәрен порциялап махсус тоҡсайҙарға һалып сығам. Керәндән эшләгән үткер тәмләткестәрҙе лә, емеш-еләкте лә – барыһын да туңдырам. Ҡыш кәрәк саҡта йә компот итәм, йә әҙ-әҙләп ҡайнатма яһап алам. – Уңыш йыйғанда бөтәһенә лә өлгөрөргә ваҡыт булмай шул. Урының булһа, иң һәйбәте – туңдырып ҡуйыу, ә картуф, кишер, сөгөлдөрҙө нисек һаҡлайһығыҙ? – Кишер менән сөгөлдөрҙөң дә бер өлөшөн ҡырғыстан үткәреп туңдырам. Ҡалғандарын баҙҙа һаҡлайбыҙ. Беҙ белмәгән серҙәр бар Баҡса буйлап “экскурсияла” йөрөгән­дә Фәнирә Риф ҡыҙы ире, балалары яһаған баҙҙы ла күрһәтте. Ул ҡалҡыу ерҙе уйып эшләнгән ҡыуыш кеүек ҡоролма. Өҫтөн тупраҡ өйөмө менән ҡаплағандар. Яңы уңышҡа тиклем бөтәһе лә һәйбәт һаҡлана. Сләүсиндәр баҡсаһында алты-ете төрлө һуған үҫә. Ирҙәр йоҙроғо хәтлем ҙур булып йәймәк формалағы “штутгартен” тигән сорт, “ҡышлау” һуғаны, “япон” һуғаны, бер ояла күпләп үҫкән “семейка” тигән сорт, “яруслы” һуған, “уҡҫын” һуғаны (черемша), “шнитт” һуғаны... Һәр береһенең үҙ мәле, үҙ тәме, тигәндәй. – Тағы бер серең менән уртаҡлаш әле: ни өсөн һуғандарың менән һарымһаҡтарың йәп-йәшел генә булып ултыра. Беҙҙекеләрҙең осо һарғая ла ҡуя... – Күрәһең, тупраҡҡа берәй файҙалы ашлама етмәйҙер, мәҫәлән, азот. Мин бер биҙрә һыуға ике аш ҡалағы нишатыр спирты һалып болғатам да шуны һибеп сығам. Ун көндән тағы ла ҡабатлайым. – Рәхмәт кәңәшеңә. Беҙ ҙә эшләп ҡарарбыҙ. Һинең йәшел тәмләткес­тәрҙе генә түгел, сәскәләрҙе лә дауа өсөн үҫтереп, сәй яһап эскәнеңде беләбеҙ... – Пәйғәмбәр тырнағы тигән сәскәне киптереп, йүткергәндә эсергә лә, тамаҡ ауыртҡанда сайҡарға ла, сәйгә һалырға ла тотонам. Ынйы сәскәһен араҡыға һалып ҡуям – төнәтмәһен лосьон урынына ыуынырға тотонам. Балан сәскәһен дә араҡыға һалып төнәтмә эшләп эсергә була. Ә сирендең төнәтмәһен аяҡ-ҡул быуындары һыҙлағанда һөртәм. Керәндең йәшел япрағын да эҫе һыуға тотоп алып, ауыртҡан ергә һалһаң, ҡыҙҙырып алып китә, файҙаһы тейә. Тик оҙаҡ тоторға ярамай, яндырып бара. Иссоп та үҫә баҡсабыҙҙа, бронхиттан, ҡурылдай быумаһынан (астманан) файҙалы. – Йылдың төрлө миҙгелендә яҙ, йәй, көҙ баҡсағыҙ шау сәскәлә. Нисә төрлө, һанағанығыҙ бармы? – Уларҙы кем һанаһын. Күбеһе күп йыллыҡ, үҫеп тик ултыралар. Аҡ, һары, зәңгәр ирис, шулай уҡ өс төҫтәге пион, иртә яҙҙан сыҡҡан мускари, нәркәс, ләлә, гиацинт, бадан, артабан төрөк ҡәнәфере, ҡыуаҡлы роза, космея, бер нисә төрлө климатис, эхинацея, мәк, мальвина, астра, хризантема, лилиә, флокс, ромашка, хоста, йәсмин һәм баҡса батшабикәһе – гортензия... – Баҡсаңдан сыҡмай ғына ҡыш миҙгеленә үлән сәйҙәре лә әҙерләргә була бит һиңә. – Ҡарағат, бөтнөк, ҡурай еләге, һырғанаҡ япраҡтары баҡсаныҡы, әлбиттә. Тик өйгә терәлеп тигәндәй торған туғайҙан да һары, зәңгәр мәтрүшкә, кейәү үләне йыябыҙ. Айнур улыбыҙ боланут менән сәй эсергә ярата. Уны Мөжәүир хәҙрәт үләне тип тә йөрөтәләр. Уның күпләп үҫкән еренә йыл да машина менән алып бара ла, тоҡлап йыйып ҡайтҡас, сәй яһайбыҙ. Һағынып һөйләрлек мәлдәр Фәнирәнең өй эсендә лә гөлдәре күп. Ярандың ғына биш-алты төрө үҫә. Үҙендә булмағандарын баҙарҙа әбейҙәрҙән ала. Кофе менән финикты ла орлоҡтан сәсеп үҫтергән. Гөлдәр тигәндән, быйыл ҡыш башында ғәжәп бер күренеш була. Өйҙә карауатта ятып торғанда шкаф өҫтөндәге алоэ вера тигән гөлө тик торғандан иҙәнгә ауа. Көскә йыйып, кире һауытына ултыртһа ла, элеккесә үҫеп китә алмай. “Ҡанлы” күҙ йәштәре менән илай башлай. Иҙәнгә аҡҡан ҡып-ҡыҙыл шыйыҡсаға ҡарап, был хикмәткә хайран ҡала Фәнирә. Нимәгә юрарға ла белмәй. Ул гөлдө вафат булған иренең һеңлеһе Гөлсинәнән алған була. Үкенескә ҡаршы, ҡатын да мәрхүмә. Ошо арала тыуған көнө лә, буғай. Әллә “мине оноттоғоҙ” тип үпкә белдереүе, иҫкәртеүе, хәйер, доға өмөт итеүе булдымы икән? Ике-өс ай үтеүгә, гөл әкренләп хәл йыя. Элеккесә үк булмаһа ла, үҫеп ултыра. Үҫемлектәр донъяһында ла кешеләр аңлап бөтмәгән серҙәр ҙә барҙыр, ахыры... Тормош иптәше Әнүр һуңғы йылдарҙа йөрәге ауыртыуға зарланды. Дауаланды ла, иҫәптә лә торҙо, инвалидлыҡ та бирҙеләр. Шулай булһа ла, бик үҙен һаҡламай, балалар тип сәмләнеп донъя көтөргә тырышты. Биш йыл һыйыр аҫранылар. Иманға килеп, Ислам университетына уҡырға инде, бер йылын тамамлағайны ла. Хатта Бөйөк Ватан һуғышында Липецк өлкәһендә һәләк булған Закир олатаһының ҡәберенә баш эйеп ҡайтырға ла көс таба. Был инде уның ерҙәге һуңғы сәфәре була. Бер көн иртәнге намаҙҙан һуң Фәнирәһенә “Ниңәлер хәлем бөтөп китте әле” тип мәңгелеккә күҙен йома. Иренең ҡулы менән төҙөлгән бөтә донъя етемһерәп ҡала. Әлдә балалары тырыш, атайҙарының ҡулы етеп өлгөрмәгән эштәрҙе хәҙер улар башҡара, дүрт йыл инде әсәйҙәренә төрлөсә ярҙам итеп терәк булырға тырышалар. Фәнирә үҙе лә баҡса эштәренән буш ваҡытта ҡорама ҡорау, сигеү, алмас мозаикаһы менән шөғөлләнә. Ейәнсәрҙәре ҡунаҡҡа килһә, шул эштәрҙе йыйып, өйҙәгеләргә күргәҙмә ойошторорға ярата. Ейәнсәрҙәренә лә алмас мозаикаһы төҙөргә өйрәтә. Һынлы сәнғәт гимназияһын тамамлаған балалары, артабан Өфөлә, Санкт-Петербургта ошо йүнәлештә юғары уҡыу йорттарында белем ала. Баҡсаларын дизайн яғынан төрлөсә матурларға тырыша. Атайҙары, ҡыҙыҡ күреп, ике фатирлы йорт тип, сыйырсыҡтарға ике ояны бергә тоташтырып эшләп ҡуйғайны. Ысынлап та, шиғри күңелле ине Әнүр. Унан башҡа ла айырым дүрт оя бар ине. Хәҙер һарай башының дүрт мөйөшөндә биш сыйырсыҡ ояһы тора. Уларға йыл да ҡоштар ҡуна, хужаларға рәхмәт әйтеп, йыр-моңдарын түгә, балалар үҫтерә. Сләүсиндәрҙең мал йәнле икәнлеген тере йән эйәләре лә белеп бөткән. Кемдәргәлер һыймаған ауыл бесәйҙәре лә уларҙа төйәк таба. Туҡталыштағы сирле этте алып ҡайтып, дауалап та эйәләштерәләр. Үҙенсәлекле ҡолаҡлы эткә Чиполлин тип исем дә ҡушалар. Ҡайһы бер баҡсасылар кеүек, ерҙең һәр сантиметрынан ниндәйҙер файҙа алыр өсөн сәсеп үҫтереүҙе генә уйлап йәшәмәй улар. Ейәнсәрҙәре яланаяҡ рәхәтләнеп йөрөһөн өсөн йомшаҡ үлән үҫкән ерҙәре лә ҙур ғына. Шунда уҡ бассейны ла бар. Ысынлап та, ожмах мөйөшө. Быйыл 65 йәшен билдәләр ине Әнүр, иҫән булһа. 38 йыл бергә йәшәгән тормош иптәше Фәнирә, балалары, туғандары менән ошо баҡсала байрам итер ине. Алтмышын билдәләгән мәлдәр хәҙер, ана, һағынып һөйләрлек иҫтәлек кенә булып ҡалды. Әммә кеше ғүмеренән ерҙә изге ғәмәлдәре, яҡшы эштәре ҡала. Сләүсиндәрҙең ожмах баҡсаһы ла мәңгелек хәтер ул. Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Өфө районы, Таптыҡ ауылы.