Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөрйәнде донъяға танытҡан мәмерйә

Шүлгәнташ – Башҡортостанды бар донъяға танытҡан мәмерйә. Палеолит осоронда бында тәүтормош кешеләре ғәжәйеп рәсемдәр ҡалдырған. Мамонт, ат, бизон һүрәттәре 15 мең йылдан ашыу элек, йәғни таш дәүерҙә төшөрөлгән. Рәсәйҙә һүрәттәре палеолит осорона ҡараған һәм, иң мөһиме, улар һәйбәт һаҡланған башҡа мәмерйә юҡ. Европала ла Шүлгәнташҡа тиң мәмерйәләрҙең иҫәбе тиҫтәнән артмай. Бөгөн ошо хазинаһы арҡаһында Шүлгәнташ бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеүгә дәғүә итә. Рюминдың хеҙмәттәре онотолмай Кем һәм ниндәй шарттарҙа асҡан һуң ата-бабаларҙан ҡалған был ҡомартҡыны? Рәсми рәүештә һүрәттәр Александр Рюмин тарафынан 1959 йылда асылған. Әммә асыш яһағанға тиклем үк Александр Владимирович Көньяҡ Уралда боронғо кеше эҙҙәрен табырына ышанған. Тап ошо ерҙә, Башҡортостанда, борон мәҙәниәт яралған, тигән фаразды ул Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем үк әйтә. Рюмин 1760 һәм 1770 йылдарҙа Шүлгәнташты күргән Петр Рычков менән Иван Лепехиндың хеҙмәттәрен өйрәнә. Бынан тыш, Мәскәү дәүләт университеты студенты – зоолог булараҡ 1930 йылдарҙа үҙе лә билдәле биолог С. Северцов етәкселегендә Бөрйәндә экспедицияла йөрөп ҡайта. Әммә яңынан Шүлгәнташҡа барып етер өсөн уға һуғышты үтергә, ауыр яраларҙан һуң ҡабаттан аяҡҡа баҫырға, Венгрияла фосфорҙан ағыуланып, оҙаҡ йылдар дауаланырға тура килә. 1958 йылда ғына Александр Рюмин боронғо сәнғәт өлгөләрен эҙләргә тип, махсус рәүештә Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел филиалына, әлеге “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына эшкә килеп урынлаша һәм киләһе йылдың ғинуарында бер төркөм ярҙамсылары менән ҡараңғы мәмерйә залдарында охра менән төшөрөлгән һүрәттәргә юлыға. Рәсми сығанаҡтарҙан беҙ тикшеренеүсегә Ырғыҙлы ауылынан Александр Евграфов менән Владимир Горшенин ярҙам иткәнен беләбеҙ. Улар яҡтылыҡты тәьмин итер өсөн ғалим артынан колхоз комбайнының аккумуляторын күтәреп йөрөгән. Әммә Александр Рюминдың беҙ белмәгән башҡа ярҙамсылары ла булған. Шуларҙың береһе – Әхәт Шакир улы Сәғитов. Ул әле лә иҫән, мәмерйәгә иң яҡын урынлашҡан Ғәҙелгәрәй ауылында бик матур донъя көтә. 88 йәшлек Әхәт Шакир улын өйөндә тап итеп, хәтирәләрен яҙҙырып алдыҡ. Ҡурсаулыҡта Әхәт ағай Сәғитов бер йыл ғына эшләп өлгөрә. Әммә тап ошо арауыҡта Шүлгәнташта тарихты үҙгәр­теп яҙған асыштар була. Сәнғәт бишеге беҙҙә, тип үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн күргән европаларға Шүлгәнташтағы асыштан һуң тағы бер сәнғәт үҙәгенең Башҡортостанда булыуын танырға тура килә. Әхәт Шакир улы ҡурсаулыҡҡа хәрби хеҙмәттән һуң 1958 йылдың ноябрь аҙағында күҙәтеүсе булып эшкә урынлаша һәм уны Александр Рюминға ярҙамсы итеп тәғәйенләйҙәр. Әхәт ағайға машина аккумуляторын ташып, ғалимды мәмерйәлә яҡтылыҡ менән тәьмин итеү бурысы һалына. – Александр Владимирович тынғы­һыҙ, ныҡышмал кеше ине. Уның эше тәүлек әйләнәһенә туҡтаманы. Мәмер­йәгә беҙ гел төндә йөрөнөк. Көндөҙ ҡурсаулыҡта көндәлек эшен алып барыр, кис булһа, мәмерйәгә йыйына башлар ине, – тип хәтерләй ғалимды Әхәт Шакир улы. – ЗИЛ автомашина­һының аккумуляторын күтәреп барам. Әүәле мәмерйә эсендә әлеге тимер баҫҡыстар юҡ ине. Аҫҡы ҡатта таштан ташҡа, араһында серек таҡталарға баҫып атлайбыҙ. Артабан ауыр йөк менән мәмерйәнең икенсе ҡатына күтәрелергә кәрәк. Ваҡ таҡталар беркетеп эшләнгән боронғо арҡан баҫҡыстан яҡынса 15 метр ҡаяға үрмәләргә кәрәк. Ул әйткән урынға барып туҡтайым да фонарҙы тоташтырам. Рюмин бер нисә линза аша билдәле бер нөктәне генә яҡтыртырға ҡуша. Дәфтәре менән ҡәләмен түш кеҫәһендә йөрөтөр ине. Оҙаҡ ҡына баҡҡандан һуң, бына бит һүрәт, күрәһеңме, тип һорай һәм күргәндәрен дәфтәренә төшөрөп ҡуя. Ниндәй һүрәт табылғанын еңел генә аңларлыҡ түгел. Мин таш диуарҙа бысраҡ ҡаплаған ҡыҙыл, урыны менән ҡара буяуҙы ғына күрәм һымаҡ. Бармаҡтары менән һүрәттең контурын йөрөтөп күрһәтһә генә, нимә төшөрөл­гәне аңлашыла. Тейәнеп, икенсе урынға күсәбеҙ. Унда бер аҙ эшләгәс, уйланып йөрөй ҙә элекке урынға кире алып бара, тикшерелгән ерҙе ҡайтанан ҡарай торғайны. Эшен еренә еткермәйенсә күңеле булманы. Эшлекле, тырыш, ныҡыш кеше тип иҫләйем Рюминды, – ти Әхәт ағай Сәғитов. Асыш осраҡлы булмай Асылда беренсе һүрәттәрҙе Александр Рюмин 1959 йылда түгел, бер йыл тиерлек алдан таба. Үҙенең хәтирәләрендә яҙыуынса, ҡолағанда ни ғиллә менәндер ватылмай ҡалған бәләкәй фонарь яҡтыһында күрә ул уларҙы. Ә аккумуляторҙы һуңыраҡ һүрәттәрҙе өйрәнеү, фотоға төшөрөү өсөн алып киләләр. Артыҡ иғтибар, шау-шыу һүрәттәргә зарар бирер тип ҡурҡа Рюмин, шуға ла асышы тураһында оҙаҡ ҡына өндәшмәй. Ҡатыны Людмила Перегуда әйтеүенсә, ғалим шиктәрендә хаҡлы була. Рюминды ситкә этәреп, асышты үҙҙәренеке итеп күрһәтер өсөн фән донъяһында талаш-тартыш киткәс, ҡайһы бер һүрәттәр һәм гравюралар ысынлап та юҡҡа сығарыла. Александр Рюмин тәбиғәт ҡурсау­лығында ике йыл самаһы ғына эшләп өлгөрә, әммә тап ошо арала Шүлгәнташты Ер йөҙөндә танытырлыҡ асыштар яһай, ләкин ул уның өсөн осраҡлы булмай. Рюмин студент сағынан фәнни материалдарҙы өйрәнә һәм боронғо цивилизация эҙҙәрен тап Көньяҡ Уралда, йәғни боҙлоҡ килеп етмәгән ерҙә эҙләргә кәрәклегенә инана һәм хаҡлы булып сыға ла. Рюминдың хеҙмәтен мәмерйәне өйрәнгән башҡа ғалимдар дауам итә. Археолог, таш һәм бронза дәүере тарихы белгесе Отто Николаевич Бадер Рюмин асҡан һүрәттәрҙең ысын булыуын раҫлай, уларҙы өйрәнә һәм реставрациялай. Әхәт Шакир улы Сәғитовҡа ла, ҡурсаулыҡта оҙаҡ эшләргә яҙмаһа ла, ғүмерендә онотмаҫлыҡ яҡты хәтирә ҡала Рюмин менән эшләгән осорҙан. Рюмин уға боронғо һүрәттәрҙе генә түгел, таш быуаттан ҡалған ҡоралдар (нуклеус, төрлө балта ҡалдыҡтары булһа кәрәк) һаҡланған урынды ла күрһәтә. “Мәмерйәгә инмәҫ элек Шүлгән йылғаһы боролошонда таш аҫтында һаҡланған хазина ине”, – тип хәтерләй күргәндәрен Әхәт Шакир улы. Ә яратҡан эшенән китеүгә бәғзе кешеләрҙең шикәйәте сәбәпсе була. “Кулак балаһы” мөһөрө менән йәшәгән Әхәт ағай Сәғитовҡа, шоферға уҡып сығып, башҡа ерҙә эш эҙләүҙән башҡа сара ҡалмай. Хәтирәләрҙә тарих сағыла Рюминдың мәмерйәләге эштәренә шаһит булған Әхәт Шакир улы Сәғитовтың яҙмышы еңелдән булмаған. Әхәт ағай 1935 йылғы, быйыл 20 майҙа 88 йәше тулған. Тулы матур ғаиләлә тыуһа ла, тыныс шарттарҙа үҫергә, ата-бабалары кеүек солоҡ ҡарап, урман гиҙергә мөмкинлеге булмай. Сәғитовтар ғаиләһенә бик күп һынау үтергә, кулак тип Себергә һөрөлгәс, унда иҫән ҡалыр өсөн теше-тырнағы менән тырышырға, сит яҡтарҙан урап ҡайтҡас та, байтаҡ нужа һурпаһы эсергә тура килә. Барыһы ла ҡыҫҡа, әммә уҫал бер ялыуҙан башлана. – Мәрхүм Уйылдан ҡартатайымдан ҡалған мал-мөлкәт, 20-ләгән солоҡ өсөн атай өҫтөнән кулак тип ялыу яҙып, акт төҙөп, район үҙәгендә банкта эшләгән еренән төрмәгә ябып ҡуялар. Ул арала өс милиционер өйҙәгеләрҙе ҡулға алырға килә. Әсәйемде, Хәҙисә, Фатиха, Әсмә апайҙарымды, имсәк бала Хөснәне, атайҙың ҡустыһы Мөжәүирҙе йәйләүҙә ҡулға алалар ҙа, атайҙы ла күрһәтмәйенсә, Магнитогорскиға алып баралар һәм Кемерово өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһына поезға ултыртып ебәрәләр. Тимер юл бушамай тип, поездар аҙналап станцияларҙа туҡтап торған әүәле. Шакир Сәғитов русса яҡшы белә, грамоталы, берәй станцияла ғаиләһе менән ҡасмаһын тип, уны ебәрмәй ҡалдыралар. Ғаиләһе Прокопьевскиға барып еткәс, хәбәр итһәләр, шунан ғына атай төрмәнән сыға ла ауылға ҡайтып тормай, Себергә китә. Прокопта Мөжәүир ағайым шахтаға төшә. Күпмелер ваҡыт үткәс, шахта начальнигы атайҙы ер аҫтынан сығарып, өҫтә эшкә ҡуша. Әммә атайҙың һаулығы ҡаҡшап өлгөргән була инде, – тип һөйләй Әхәт Шакир улы, әсәһенән ишеткәндәрен хәтерләп. Шакир Сәғитовты 1937 йылда аҡлай­ҙар. Тыуған яҡҡа тәүҙә үҙе ҡайта, артын­са ғаиләһен ҡайтарып ала. Ғәҙелгәрәйҙә кулак тип атылған Фәрхетдин олата­һының ике өйөнөң береһен күсереп ултыртып, шул йортта төпләнәләр. Бер аҙҙан Шакир Сәғитовты Кейекбайға леспромхоздың план бүле­генә эшкә саҡыралар, әммә Себерҙәге ауыр эштә һаулығын ҡалдырып ҡайтҡан уҙаман 1942 йылда ауыр сирҙән вафат була. Шулай итеп, бөтә йөк артабан әсәһе иңенә ята. Әсәһен Аҡбулат фермаһына эшкә саҡырғас, Сәғитовтар шунда ферма өйөнә күсә. – Ҡыш сыҡҡас, ауылға ҡайтырға булдыҡ. Ҡайтһаҡ, ни күрәйек, ваҡы­тында һалымдары түләнмәгән тип, атайым төҙөгән өйҙө ҡаралдыһы менән бергә күсереп алған да киткәндәр. Шулай итеп, тағы йортһоҙ ҡалдыҡ, Тарыуалға өләсәйгә барып йәшәргә, артабан әсәйем район үҙәгендәге мәктәпкә йыйыштырыусы булып урынлашҡас, Иҫке Собханғолға күсергә тура килде. Әсәй менән беҙ ҙә мәктәп өсөн утын ҡырҡырға, мейес яғырға ялландыҡ, – тип Әхәт ағай күҙ йәше аша хәтерләй михнәтле бала сағын. Туғандарының тормошон бер аҙға булһа ла еңеләйтәйем тип, соцобеста эшләгән туғандары Яхъя Ғәлин ҡустылары Рәшитте Брәтәктә яңы ғына асылған балалар йортона бирергә тәҡдим итә. Ҡустыһын йәлләп, Әхәт ағай унда үҙе китергә ризалыҡ бирә. – Был тормошта иң матур мәл хәрби хеҙмәт йылдары булғандыр. Ҡыйыр­һытманылар, тырышып хеҙмәт иткән өсөн йыл һайын ял бирҙеләр. Беренсе отпускыла ҡайтып етеп булманы, туғыҙ балға тиң буран ине, Стәрлетамаҡтан үткәрмәнеләр, поезға ултыртып, часҡа кире оҙаттылар. Юлда килгәндә Том­скиға хәрби часҡа түгел, Прокопьевскиға барып етергә булдым һәм уйламағанда Себерҙә тороп ҡалған туғандарымды барып таптым, – ти әңгәмәсебеҙ. Өс йыл хәрби хеҙмәттән һуң Әхәт Шакир улы бер йылға яҡын ҡурсаулыҡта эшләй, артабан водитель һөнәренә уҡып сыға, колхозға эшкә төшә. Өйләнә, Ғәҙел­гәрәйҙә йорт һалып сыға, балалар үҫтерә. ...Әхәт ағай Сәғитовты ошо арала тағы тап иттек. Яҡын туғаны менән Морат туғайына яңы асылған “Шүлгәнташ” музейын күрергә килде. Беҙҙе күргәс, Әхәт ағай: “Шүлгән­таш – беҙҙең өсөн һәр ваҡыт изге урын. Быны хәҙер бар донъяға аңла­тыуығыҙ һәйбәт”, – тип музейҙы бул­дырған команданы маҡтап ҡуйҙы. – Беҙ, бала-саға, мәмерйәгә барырға йыйынһаҡ, тыйып, яңғыҙ ебәрмәй торғайнылар. Күмәкләп йыйылабыҙ ҙа Дәүләткирәй, Дәүләтбай бабайҙарҙың береһе оҙатып төшә. Мәмерйәгә барып ингәнсе тар ғына һуҡмаҡ, шул һуҡмаҡ­тан бер аҙым ситкә баҫтырманылар. Балалар шаярып та китә, йүгерешә бит инде. Әммә шунда уҡ тыйып, сафҡа теҙеп кенә атлаттылар, мәмерйәне тапаманыҡ. Шүлгәнташҡа бер нисә көн алдан әҙерләнәбеҙ. Сыра өсөн туҙ әҙер­ләһәк, мәмерйә ыҫлана, ныҡ төтәй тип ҡулландырманылар. Ҡарағайҙың сайырлы ҡайырын йыйҙырҙылар. Шул ҡайырҙы йоҡа ғына итеп теләбеҙ ҙә шуны яндырабыҙ ҡараңғыла. Мәмер­йәгә ингән ерҙәге залда ете метр бейек­легендәге егермеләгән йыуан сталагмит ултыра торғайны. Мөғжизә инде! Урын­дағы халыҡ теймәне уларға, туристар башына етте. Ҡайһыһын йыға төртөп киттеләр, ҡайһы береһен иҫтәлеккә алып сыҡтылар... Халыҡ араһында таралған Шүлгән­таш­ҡа бәйле фараздар күп ине. Мәмер­йәлә әүәле боронғо кешеләр йәшәгән. Улар беҙгә ҡарағанда буйға бәләкә­йе­рәк, әммә көслө һәм аҡыллы булған, һунарға йөрөгәндәр. Ҡыш иһә мәмерйә­нең төпкөлөнә китеп йәшәгән­дәр, унда йылы, тип һөйләгәйне ауылдағы бер оло кеше. Ә “Капова пещера” тигән атама Рюминдан һуң ҡулланылышҡа инде. “Я в мире знаю около ста пещер, и ни разу не видел, чтобы там капало так, как в пещере Шульган-Таш”. Шулай итеп, ошо ғалим арҡаһында башҡорттарҙың борондан белгән мәмерйәһенә русса атама йәбештереп тә ҡуйҙылар. Рюмин­ды күреп беләм, хөрмәт итәм, әммә беҙ­ҙең мәмерйә Рюминға хәтлем дә булған, халыҡ тарафынан һаҡланған, шуға күрә мәмерйәнең исемен боҙоп һөйләгәндә­ренә ҡырҡа ҡаршымын, – тип фекерен йомғаҡлап ҡуйҙы Әхәт Шакир улы. Ә музейҙы Әхәт ағай ныҡ оҡшатты. – Йәштәр аҡыллы хәҙер, мәмерйә тураһында иҫ китмәле мәғлүмәт туп­ла­ған­дар һәм уны халыҡҡа аңлайышлы телдә күрһәтеүгә өлгәшкәндәр. Хайран ҡалып ҡарап сыҡтым. Бындағы мәғлү­мәтте бер юлы һеңдереп бөтөрлөк түгел, бер нисә тапҡыр килергә кәрәк, – тип йылы хушлашты беҙҙең менән әңгәмәсебеҙ. Әхәт Шакир улы Сәғитов 1935 йылдың 20 майында тыуған. Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәй. Ҡартатаһы Уйылдан Сәғитов 1870 йылда тыуған, 1925 йылда мәрхүм булған. Ҡартатаһынан ҡалған мал-мөлкәт һәм 20 солоҡ өсөн Әхәт Сәғитовтың атаһы Шакирҙы кулак тип ғаиләһе һәм ҡустыһы Мөжәүир менән Про­копь­евскиға һөргөнгә ебәрәләр. Аҡланғас, Шакир Сәғитов 1937 йылда ғаиләһе менән Бөрйәнгә ҡайта, 1942 йылда сирҙән вафат була.Әхәт Шакир улы Сәғитов хәр­би хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел филиалына (әлеге “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы) эшкә урынлаша, 1958 йылдың де­кабренән алып бер йыл Александр Рюмин менән бергә эшләй, Шүл­гәнташта боронғо һүрәттәр табылыуына шаһит була. Айгөл ШӘРӘФЕТДИНОВА