Рәсәйҙәге иң ҙур онлайн-рекрутинг булған “һһ.ru” платформаһы Башҡортостан предприятиеларындағы вакансиялар структураһына анализ яһаны. Заводтар ниндәй белгестәргә айырыуса ҙур мохтажлыҡ кисерә? “Металлургия”, “Металл эшкәртеү”, “Сәнәғәт ҡорамалдары, техника, станоктар һәм комплектлаусылар”, “Ауыр машиналар эшләү”, “Химия етештереүе, ашлама”, “Электроника, приборҙар эшләү” тармаҡтарының эшмәкәрлегенә анализ яһалған. “һһ.ru” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ошо тармаҡтар предприятиеларында 2,9 мең вакансия бар, был төбәктәге эш тураһындағы көнүҙәк тәҡдимдәрҙең 12 процентын тәшкил итә. “Кешеләр – һандарҙа” аналитик сервисы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл тәүге өс айҙа етештереү өлкәһендә иң әүҙем эш биреүселәр булып түбәндәгеләр танылды: “Консалтинг Групп”, “МетеорСтафф”, Өфө агрегат берекмәһе, “ОЗНА” һәм “Система” компаниялары төркөмө, Урал тау-металлургия компанияһы, “Гидравлика” предприятиеһы, “БУРИНТЕХ” предприятиеһы, “ВСМПО-АВИСМА” корпорацияһы, “Урал-Сервис ”Групп” компанияһы. Был тармаҡ заводтары, нигеҙҙә, токарҙар һәм фрезлаусылар (мохтажлыҡтың 8,7 проценты), слесарҙар (6,2 проценты), инженер-конструкторҙар (5,9 проценты), сауҙа менеджерҙары (5,8 проценты) һәм иретеп йәбештереүселәрҙе (3,6 проценты) эҙләй. Рәшит КӘЛИМУЛЛИН