Бүздәк районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Салауат Ҡунаҡҡузин белдереүенсә, эшҡыуар Рөстәм Хәиров сувенирҙар эшләү менән 2006 йылдан алып шөғөлләнә. Заман технологияларының үҫеше эшҡыуарҙы заманса лазер станоктарында уникаль сувенир продукцияһын етештереүгә этәрә. Әммә ундай ҡорамалды һатып алыу өсөн ҙур сығым талап ителә. Рөстәм Хаиров 2022 йылда районда үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнаша. Уға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программала ҡатнашырға документтар тапшырырға тәҡдим ителә. Тап ошо программа ярҙамы менән Рөстәм Хәиров субсидия алыуға өлгәшә һәм үҙенең аҡсаһын ҡушып, лазер станогы һатып ала. Заманса ҡорамал булыу менән эшҡыуар үҙ эшен яйға һала: тәүге