Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Дуҫлыҡ" үҙгәреүен дауам итә

Йәрмәкәй ауылындағы “Дуҫлыҡ” паркында өмә булған. Паркты “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндергәндәр. Паркта тәртипте район хакимиәте, учреждениелар һәм ойошмалар вәкилдәре урынлаштырған. Улар юлдарҙы һепергән, сабылған үләнде һәм сыбыҡтарҙы йыйған. Был йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү 2017 йылдан бирле дауам итә. Был теләкте район халҡы үҙе урындағы башланғыстары хуплау программаһы сиктәрендә белдергән. Ә 2019 йылдан “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса ҙур төҙөкләндереү башланған. Был йылдар эсендә бихисап эш башҡарылған. Велороллер юлдары, канал аша күпер һалынған, резина япмалы балалар уйын майҙансығы, йәйәүлеләр юлдары, беседкалар, эскәмйәләр ҡуйылған, балалар өсөн автомобиль ҡаласығы төҙөлгән, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары ҡуйылған, каналдың ярҙары нығытылған. Биләмәне төҙөкләндереү быйыл да дауам итә. Күп функциялы спорт майҙансығы эшләнгән, ул ҡыш көнө хоккей ҡабы, ә йәйен – мини-футбол, волейбол һәм баскетбол майҙансығына әүерелә. Шулай уҡ сәхнә ҡуйыуҙы ла дауам итәләр. Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.