Найти тему
Башҡортостан гәзите

Утыҙ йылдан ашыу – ғафуриҙар сәләмәтлеге һағында

Һәр эштең һөҙөмтәһен күреү – үҙе бер кинәнес. Медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн был – сирлеләрҙең һыҙланыуҙарының кәмеүе, уларҙың аяҡҡа баҫыуы һәм тағы төрлө ауырыуҙарҙы кисектереү, ваҡытында иҫкәртеү. Бына ошо – иң мөһиме. Республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында һәм ауылдарында эшләгән һәр медицина хеҙмәткәре иңендә - оло яуаплылыҡ. Уларға кешелектең төп һәм ҡабатланмаҫ ҡиммәте – сәләмәтлек – ышанып тапшырылған. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Рәйлә Хәтмулла ҡыҙы Мещанинова – Ғафури районының Дарьинск ауылы табип амбулаторияһында участка терапевының шәфҡәт туташы. Медицина өлкәһендә ул – 1989 йылдан. Ире Сергей Александрович менән татыу ғаилә ҡороуҙарына быйыл 32 йыл тулған. Ғаилә башлығы “Аҡкүл элеваторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә энергетик булып эшләй. Рәйлә Хәтмулла ҡыҙы шәп шәфҡәт туташы ғына түгел, тағы ҡул эштәренә оҫта – буш ваҡытында бәйләргә ярата. Ә ире төҙөлөш эшенә маһир, барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләргә күнеккән. Улдары Александр “Арома люкс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. Ул буш ваҡытында гитарала уйнарға ярата. Рәйлә Хәтмулла ҡыҙы өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар, лайктарҙы һәм комментарийҙарҙы йәлләмәйбеҙ Фотолар: Рәйлә Мещанинованың шәхси архивынан.