Найти тему
Башҡортостан гәзите

16 светофор яңыра

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Вокзал һәм Сакко һәм Ванцетти урамдары киҫелешендә дүрт яңы светофор ҡуйылды. Яҡын арала Ильич һәм Баҫыу урамдары киҫелешендә йәнә дүрт светофорҙы яңыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ Артем һәм Ибраһимов, Вокзал һәм Ноғоманов урамдары киҫешкән ерҙәге светофорҙарға реконструкция үткәрелә.«Светофорҙарҙы яңыртыу – ул «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» (национальный проект «Безопасные и качественные дороги») милли проекты мәсьәләләренең береһе. Белеүебеҙсә, был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланды һәм уңышлы тормошҡа ашырылып килә. Хәүефһеҙлек юл инфраструктураһы объекттарының өҙлөкһөҙ эшләүенән тора бит», - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.Светофорҙарҙы ҡуйыу һәм тергеҙеү буйынса эштәр 2023 йылдың 30 июненә тамамланырға тейеш, тип планлаштырыла. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотоһы.