“Беҙ бөгөн көтөү көтәбеҙ. Элек кейәүҙәр ярҙам итә ине, быйыл эштәре күп. Ирем мопед һатып алды, көтөүгә йәйәү йөрөмәй хәҙер”, – тип ҡаршы алды хужабикә. Фаягөл менән Риф икеһе лә Мостафа ауылында тыуып үҫкән. Бына тигән татыу ғаилә ҡорғандар, өс ҡыҙ үҫтереп, кейәүгә биргәндәр. Ейәндәре үҫеп килә. Уразаевтар тәүҙә ауылда йәшәй, аҙаҡ Салауат ҡалаһына күсә. Тик ҡала һауаһы ҡыҙҙарына килешмәгәс, табиптар кәңәшен тотоп, кире ауылға ҡайталар. Ғаилә яңы йорт һалып инә. Ире вахта ысулы менән ҡырҙа эшләгәс, Фаягөлгә төҙөлөш барышын контролгә алырға, материалдарға заказ бирергә, ҡабул итергә тура килә. Хәҙер ул йортто төҙөү серҙәрен яҡшы белә. Иренең шөғөлөнә ыңғай ҡарай ҡатын. “Иртән уянаһың, ә ул инде юҡ! Әрләмәйем, әйҙә инде йөрөһөн балығына, улай бик оҡшатҡас, тип ҡул һелтәйем. Шуныһы ҡыҙыҡ, балыҡ аштарын әллә ни өнәмәйбеҙ ҙә. Ә ул ташый ҙа ташый. Ярай әле, үҙе алып ҡайта, үҙе таҙарта”, – тип йылмая хужабикә. Риф Уразаевтың әйтеүенсә, ул балыҡҡа “кәйефенә ҡарап” йөрөй.Ҡышҡыһын шөғөлләнмәй, ә