Һуңғы дүрт йыл эсендә республика ярҙамы һәм федераль программаларҙа ҡатнашыу арҡаһында “Башавтотранс”тың автопаркы 1050 автобусҡа тулыланған. Был турала Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә предприятиеның генераль директоры Надир Самиев һөйләне. Күсмә составты яңыртыу – республика ташыусыһы үҫешенең мөһим йүнәлешенең береһе. Ул Рәсәйҙең транспорт предприятиелары араһында алдынғы бишәүгә инә. 2022 йылда 105 НефАЗ һәм ике туристик лайнер, быйыл тағы 30 берәмек Ҡытайҙа етештерелгән техника алғандар. “Башавтотранс” техник паркын үҫтереп Ҡара диңгеҙ курорттарына маршруттар асырға ниәтләй. Бындай ғаризаны компания илдең Транспорт министрлығына ебәргән дә. Республика етәксеһе төбәктең ауыл автобустарын яңыртыу буйынса федераль программала ҡатнашыуын контролгә алырға ҡушты. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов, июль аҙағында бәләкәй ҡалаларға һәм ауылдарға яңы 250 автобустың тәүге партиялары килә башлаясаҡ,тине. – Беҙ заявка кампанияһын уңышлы үткәрҙек һәм ауылға авто