Еңеү байрамы алдынан Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең туғаны Диана Сәфәрова автомобиль аварияһында һәләк булды. Ҡатындың өс балаһы етем ҡалыуы күптәрҙе шаңҡытты. Әнүәр Нурғәлиев туғанын юғалтыуҙы ауыр кисерҙе, шул уҡ ваҡытта балаларҙы ҡалдырмаясағы, тәрбиәләүҙә ярҙам итәсәген дә белдереп, социаль селтәрҙә күп яҙҙы. Әле лә ул ошо юғалтыуға һәм балаларҙы тәрбиәләүгә бәйле кисерештәре менән даими уртаҡлашып тора. “Хәйерле көн, дуҫтарым! Кисә балалар, апайым менән ауылға ҡайтып килдек, күңелле лә, күңелһеҙ ҙә. Әкренләп тормошто яйға һалырға, башҡаса булмай, тормош беҙ уйлағанса түгел, барыһы ла Алла ҡулында. Иң мөһиме – балалар бәхетле булырға тейеш. Вәғәҙә биреүемсә, ҡайһы саҡта балаларҙы күрһәтеп торасаҡмын, сөнки меңәрләгән кешеләр был хаҡта һорай. Беҙҙең балаларҙың яҙмышына битараф булмағандары өсөн рәхмәт. 9 майҙан һуң ҡатыным менән тормошобоҙ ҡырҡа үҙгәрҙе, тормош ҡиммәттәре лә икенсе. Балалар быға тиклем дә яҡын ине, әммә уларҙың Әсәйҙәре булды, ә хәҙер тағы ла ҡәҙерл