Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Уларҙы аҡ фәрештәләргә тиңләйҙәр

Юҡҡа ғына аҡ халатлыларҙы фәрештәләргә тиңләмәйҙәр! Тап улар пациентҡа ауыр булғанда ярҙамға ашыға, тап улар табип күрһәтмәләрен теүәл үтәп, сирленең хәлен еңеләйтә. Шәфҡәт туташтары һәм тағы фельдшерҙар һәр саҡ медицинаның алғы һыҙығында хеҙмәт итә. Шулай итеп, уларҙың иңенә әллә күпме эш һәм бихисап яуаплылыҡ һалынған. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған конкурста әүҙем ҡатнашҡан Сулпан Фазлетдин ҡыҙы Моратова Сибай медицина колледжын “Дауалау эше” белгеслеге буйынса тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһендә дежур шәфҡәт туташы булып башлаған. Артабан прививкалар яһау кабинетында участка шәфҡәт туташы булып та эшләгән. 2007 йылдан алып бөгөнгә тиклем – көндөҙгө стационарҙағы процедуралар кабинетында шәфҡәт туташы. Сулпан Фазлетдин ҡыҙына яуаплылыҡ, һәр эште еренә еткереп атҡарыу, ихласлыҡ кеүек сифаттар хас. Ул пациенттарға ла, хеҙмәттәштәренә ҡарата ла яҡшы мөғәмәләлә. Өҫтәүенә, ул

Юҡҡа ғына аҡ халатлыларҙы фәрештәләргә тиңләмәйҙәр! Тап улар пациентҡа ауыр булғанда ярҙамға ашыға, тап улар табип күрһәтмәләрен теүәл үтәп, сирленең хәлен еңеләйтә. Шәфҡәт туташтары һәм тағы фельдшерҙар һәр саҡ медицинаның алғы һыҙығында хеҙмәт итә. Шулай итеп, уларҙың иңенә әллә күпме эш һәм бихисап яуаплылыҡ һалынған. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған конкурста әүҙем ҡатнашҡан Сулпан Фазлетдин ҡыҙы Моратова Сибай медицина колледжын “Дауалау эше” белгеслеге буйынса тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ үҙәк район дауаханаһының балалар бүлексәһендә дежур шәфҡәт туташы булып башлаған. Артабан прививкалар яһау кабинетында участка шәфҡәт туташы булып та эшләгән. 2007 йылдан алып бөгөнгә тиклем – көндөҙгө стационарҙағы процедуралар кабинетында шәфҡәт туташы. Сулпан Фазлетдин ҡыҙына яуаплылыҡ, һәр эште еренә еткереп атҡарыу, ихласлыҡ кеүек сифаттар хас. Ул пациенттарға ла, хеҙмәттәштәренә ҡарата ла яҡшы мөғәмәләлә. Өҫтәүенә, ул дауахананың ижтимағи эшендә лә, төрлө мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Бынан туғыҙ йыл элек Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының палата шәфҡәт туташтары араһында үткәрелгән конкурста еңеү яулаған. Һөҙөмтәлә Өфөлә үткәрелгән бәйгелә лә үҙ көсөн һынап ҡараған һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булған. Сулпан Фазлетдин ҡыҙының намыҫлы, фиҙакәр хеҙмәте Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы, Баймаҡ ҡалаһы һәм районы хакимиәте маҡтау грамоталары менән баһаланған. 2015 йылда ул “Үҙ һөнәренең оҫтаһы” конкурсында иң яҡшыһы тип танылған. Ә биш йыл элек уңған шәфҡәт туташына “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеме бирелгән. Сулпан менән Марат Моратовтар Миләүшә һәм Лилиә исемле сәскә кеүек матур ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер уларҙың үҙ ғаиләләре бар. Сулпан Фазлетдин ҡыҙы - Искәндәр, Ильяс исемле ейәндәренә бына тигән өләсәй ҙә. Сулпан Фазлетдин ҡыҙы өсөн тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек, дуҫтар, тағы лайктар ҡуяйыҡ, комментарийҙар яҙайыҡ. Фотолар: Сулпан Моратованың шәхси архивынан.