Найти тему
Башҡортостан гәзите

Графиктан ҡалышыу булырға тейеш түгел

Бөгөнгө Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика биләмәһендәге федераль трассаларҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү буйынса пландар тикшерелде. “Приуралье” юлдар идаралығы начальнигы Денис Абрамов белдереүенсә, быйыл төҙөүселәр Өфө – Ырымбур трассаһының Өфө, Көйөргәҙе, Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондарындағы участкаларында, дөйөм алғанда 105 километр оҙонлоҡта ремонт яһаясаҡ. Уны 2024 йылда тамамларға йыйыналар. М-5 “Урал” автоюлында Туймазы, Благовар һәм Шишмә райондарында 81 километр оҙонлоҡта ремонт була. ”Ҡандракүл” милли паркы янында 13 километрлыҡ юлдың капиталь ремонты тамамланып килә. Бынан тыш Өфө, Иглин һәм Туймазы райондарында 26 километрлыҡ ике алты һыҙатлы юл ҡулланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ быйыл М-7 “Волга” федераль трассаһының Илеш районындағы 13 километрлыҡ участкаһында ремонт эштәрен тамамлау көтөлә. Ә 2024 йылда ошо уҡ трассала Өфө һәм Кушнаренко райондарында 31 километр боҙолған асфальт япманы алмаштырасаҡтар. Сығышы һуңында Денис Абрамов М-12 Мәскәү - Ҡазан юлының дауамын төҙөү тураһында әйтте. Уны ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Екатеринбургка тиклем һуҙасаҡтар. Юлдың республика участкаһын 2024 йылда төҙөп бөтәсәктәр. Бөтә эштәр ҙә графикка ярашлы бара. Башҡортостан Башлығы был трассаның мөһимлегенә баҫым яһаны һәм уны ваҡытында эшләргә ҡушты. – Был юлды беҙ ил Президенты ҡушыуы буйынса төҙөйбөҙ. Бында бер ниндәй ҙә графиктан ҡалышыу булырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров. Фото: "Башинформ".