Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баҡсасылар ширҡәттәренә иғтибар арта

Быйыл коммерцияға ҡарамаған баҡсасылар ширҡәттәренә (СНТ) дәүләт ярҙамы өсөн республика 250 миллион һум аҡса йүнәлтәсәк. Был турала бөгөнгө Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне. Эш бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыласаҡ. 2023 йылдың 1 авгусына тиклем утыҙ ширҡәттә электр энергияһын иҫәпләү приборҙары ҡуйырға планлаштыралар. Был маҡсатҡа 100 миллион һум йүнәлтеләсәк. СНТ-ларҙың инженер селтәрҙәрен территориаль селтәр ойошмаларына тапшырғандан һуң артабан электр менән тәьмин итеү инвестиция программалары сиктәрендә барасаҡ. Шул уҡ ваҡытта компаниялар яғынан һалынасаҡ аҡса күләме бюджет сығымдарынан өс тапҡырға күберәк буласаҡ. Был ширҡәттәрҙә ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ электр тәьминәте булдырыу мөмкинлеге бирәсәк. – Тимәк, электр энергияһы һөҙөмтәле эшләйәсәк һәм ваҡытында түләнәсәк. Аҡсаны аныҡ идара итеү структураһы булған һәм барлыҡ документтары рәсмиләштерелгән ширҡәттәргә ебәреү мөһим, – тине Радий Хәбиров. СНТ-ларҙы үҫтереүҙең тағы бер йүнәлеше – унда барған автомобиль юлдарын ремонтлау. Был турала транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов һөйләне. Шулай былтыр Өфө ҡалаһы, Өфө, Иглин һәм Шишмә райондарында ун юл тәртипкә килтерелде. Быйыл Өфө, Нефтекама, Благовещен һәм Иглин райндарында дөйөм оҙонлоғо 28 километрлыҡ һигеҙ юлды ремонтлау планы тора. Улар 66 СНТ-ға барыуҙы тәьмин итә. Бөтә юлдарға ла ҡырсынташ түшәләсәк. Ремонтҡа 100 миллион һум йүнәлтелә. Был 40 мең кеше өсөн юл йөрөү мөмкинлеген яҡшыртасаҡ. Баҡсасылар ширҡәттәренә ярҙам итеү өсөн Иглин районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйыу ҡарары ҡабул ителде. Унда өс ауыл ҡараясаҡ, был яҡындарында урынлашҡан 18 СНТ-ны үҙ эсенә аласаҡ. Уларҙа 3852 йорт хужалығы инә. Баҡсасыларҙы үҙ тауарҙарын һатыу өсөн түләүһеҙ майҙансыҡтар менән тәьмин итеү буйынса ла эш дауам итә. Муниципалитеттарҙа 3,5 мең сауҙа урыны эшләнгән дә. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 2023 йылдан “Иң яҡшы баҡсасылар ширҡәте” конкурсы башлана. Уның һөҙөмтәһе буйынса комиссия 10 еңеүсене һайлап аласаҡ, улар 500 мең һумлыҡ гранттар аласаҡ. Аҡсаға ял итеү зоналары, балалар майҙансыҡтары төҙөргә, төҙөкләндерергә, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйырға мөмкин буласаҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.