Күрәм:минең ише үтә лә сәйер, ала-сола, ябайы ҡатыш сатиндан, бумазыйҙан кейенгәндәр башҡаса күҙгә салынмай, тимәк, мин берҙән-бермен, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле өлгөмөн, шуға ситләп, ятһырап, ғәжәпләнеп, таҫырайып ҡарап үтәләрҙер янымдан. Үҙ сиратымда, мин дә юғарынан аҫҡа, тегеләрҙе түбәнһетеп-кәмһетеп, һауалы ҡыланып таҫырайып, аяҡтарымды тарбайтып, байлығына маһайған төрөк солтанылай бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә ғорур, ҡыйыу ҡарап баҫҡанмын. Әлегә күрмәлекһеҙгә иҫәпләп күҙгә элмәһәгеҙ ҙә, бер килеп күрмәгәнегеҙҙе күрһәтермен, танымаһағыҙ, танытырмын, тип яһил теш ҡайрайым эсемдән. Ниһайәт, бында уҡығандар, саҡырылған ҡунаҡтар йыйылып бөткәс,төркөмдәргә бүленеп, төп корпус алдына линейкаға теҙелергә ҡуштылар. Бында уҡыған тотош студенттарҙың һанын уҡытыусыларына ҡушып хисаплаһаң, ике йөҙ, өс йөҙҙән артмаҫтыр. Студенттар, әйтерһең дә, күл буйына һыу ҡойонорға төшкән ауыл ҡаҙҙары инде, бөтәһе лә ап-аҡ кейемдә. Барыбер күрер күҙгә матур, йәмле. Барак мөйөшөнә, аулаҡҡа ышыҡланып, бармаҡ буйы оҙонлоҡ таҫмалар ярҙамында арттан эленмәле, урын-урыны менән тишелеп һиҙерәй төшкән теге санитарка халатын, ҡабарынҡы башлыҡты кейеп ебәргәйнем, беҙҙең ауылдағыүҙәк ферманың алдынғы һауынсыһы Гөлфариза апайға оҡшаным да ҡалдым. Фельдшерҙар төркөмөн табып, яр ситендә үҫкән һомғол ҡарағайҙай ҡайҡайып иң алға баҫырға өмөт иткәйнем дә, шыпа ирек бирмәнеләр, белекһеҙҙәр, тотошлайы менән күрмәлекле күренеште боҙаһың, тулайым йәмде ебәрәһең, типмелер, әле генә үҙен етәксе тип таныштырған тәбәнәк буйлы, сәстәренә иртә сал ҡунған, мөләйем йөҙлө Миңлекамал Әхмәт ҡыҙы итәғәтле, тәрбиәле генә итеп әйҙәп, башҡалар күҙенән йәшереп, дөйөм мир йөҙөнән ҡасырып, мине арт яҡҡа ҡарай етәкләне. Иҫем дә китмәне, ҡайҙа торһам да, миңә ни барыбер, юғалып ҡалмам! Тағы шуға иғтибар иттем, 30 кешенән торған беҙҙең төркөмдә минең менән бергә барлығыдүрт егет икән. Берәүебеҙармия сафынанҡайтҡас уҡырға ингәндер, сағыштырмаса оло йәштәге, етди йөҙлө, ерән сәсле урыҫ. Уларҙы ла ситләтеп, артҡараҡ баҫтырып ҡуйғандар. Ауыл ғәҙәтенә ярашлы, бисә-сәсәне алға ҡуйырға, түргә сығарырға, ир-аттан уҙҙырып хәбәр һөйләтергә яратмайым. Ни хәл итәһең, ят мөхиттәмен бит, нисек тә өйрәнергә, сыҙарға, түҙергә ҡала. Ҡаҡ янбашым менән уңлы-һуллы этеп, урын даулап, хәстәрләп, барып тороу менән эргәмә баҫҡан нәҙекәйбил ҡыҙҙың бер тотам биленә шаян төрттөм дә, тегеңә ирәбе тексәйгәндән һуң, вата-емерә былай тинем: “Девушка, красавица, вы мне очень-очень нравитесь, при виде вас потерял дар речи, будьте моей верной женой!” Теге остоҡай тертләп китеп ситкә тартылды ла уҫал ыҫылданы: “Неотесанная деревня, чурбан несчастный, ну ты нахал!” “Выйди, а, не пожалеешь!” “Шас, разбежа-лась!” Төҫ-башы артистыҡылай күркәм 30-35 йәш тирәһендәге директор тауышын күтәрмәй генә, танауы аҫтынан мөжөлдәп оҙон-оҙаҡ телмәр тотто, кәүҙәһе солоҡ умартаһылай бейек уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар, һөйәк тирәсле күҙлеген бер һалып, бер кейеп биниһая ваҡыт, уҡыу йортоноң тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш ҡағиҙәләрен теҙеп әйтеп, дөйөм таҙалыҡ, тәртип хаҡында мөнәжәт һөйләгән муллалай ҡыланып нотоҡ тыҡыны. Был ике кеше – директор Ирмөхәмәт Мырҙағәле улы Һибәтуллин һәм уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫар– Бөйөк Ватан һуғышы яугире Ишбулды Лотфулла улы Ишмөхәмәтов минең киләсәктәге яҙмышымда төп ролдәрҙең береһен уйнаясаҡтар, күтәрмәләйәсәктәр, яҡлаясаҡтар әле! Ишбулды Лотфулла улы шахмат яратты, ә минең уйындың был төрө буйынса беренсе разряд, район ярыштарында беренсе урындарҙы алып йөрөй торғайным. Яйы сыҡҡан һайын аулаҡ урын таба инек. Уйын барышында тормош хәлдәре хаҡында ла әңгәмә ҡороп алабыҙ. Ишбулды ағай һис тә еңелергә яратманы, партияны оттора ҡалһа, ишеккә арҡыры баҫып сығармай ҙа ҡуя. Шулай итеп, ҡайһы саҡ төн уртаһына саҡлы ултырып ташлайбыҙ. Линейканың аҙағында һыу буйы итеп теҙеп уҙған йылда уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларҙы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләргә тотондолар. Белеп, һиҙеп, урынлы бәйләнгәнмен икән, эргәмдәге теге ҡыҙға ла рәхмәт хатын тотторҙолар. Был эре генә, тиҡый атлап сығып алды ла,“бына ҡара, күр, көнләш” тигәндәй, ҡағыҙын минең яҡҡа һонғайны, хуплауымды белгертеп, баш бармағымды күрһәттем, күптән аралашҡан яҡынымдай күреп, шаян күҙ ҡыҫтым, йәнәһе лә, миңә бисәлеккә барырға лайыҡһың. Былайтып оҙон-оҙаҡ һерәйеп тороу ялҡыта, теңкәне ҡорота башланы, алаптай ауыҙымды күккә өңрәйтеп асып иҫнәп алдым, сөнки сит-яттарға тәтегән һанһыҙ бүләкләүҙәр миңә кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел. Тантана тамамланғас, беҙҙе тәғәйен урындарға тараттылар. Тураһын әйтергә кәрәк, фельдшерҙарға тейешле кабинет шыпа ла ғына күңелгә ятманы, сөнки аквариумға оҡшаш спиртлы һауыттарға һалынған кеше ағзаларының айырым өлөштәре стена буйлатып теҙеп ҡуйылғайны, өҫтәүенә йод, формалин, хлорка еҫе танауҙы ярып алып бара. Шуның менән генә бөтһә ҡана ла һуң, юҡ бит, бер яҡ ситкә оло өҫтәлгә аяҡтарын тарбайтып бала табырға йыйынған ҡатындың муляжын урынлаштырғандар. Муляж ҡатындың яланғас саты хәтәр амбразуралай өңрәйеп, миңә ҡарай йүнәлтелгән. Өркөткөс, юҡ, һеңгәҙәткес күренеш! Ҡайҙан килеп юлыҡтым әле мин бында, ормаһарҙан, эштең ни менән барып бөтөрөн аҙағынаса уйламай, аҡҡа төрөлгән ожмахмы был, әллә гонаһлы тамуҡтың үҙеме? Шул екһенеүҙән тәнем ҡымырйып китте, былай ҙа терпеләй тырпайған сәсем тағы ла тырпая төштө. Бит-йөҙҙәрен килештереп, урын-еренә еткереп һылап-һыйпаған, ҡурсаҡтай итеп кейенеп алған осоҡ ҡала ҡыҙҙары мине күҙгә лә элмәй, бәғзеләре, өҫтөмдәге кейемемә ишаралап, пырх та пырх көлә өҫтәүенә. “Әйҙә, әлегә иркенләп ширҡаңлағыҙ, һуңынан аҫылдарҙан-аҫыл егетте бүлешә алмай талашып та йөрөрһөгөҙ әле, ә мин һеҙҙең бешкәнме-сейме икәнлегегеҙҙе бармаҡ менән сиртеп кенә самалармын!” тип тынысландырам үҙемде. Шул мәл көтмәгәндә кемдер арттан килеп, йомшаҡ ҡына итеп етәкләп алды. Ҡайырылып ҡараһам, һылыу бер ҡыҙ йылмая биреп ҡарап тора, кейеме лә йыйнаҡ, бөхтә, ҡаштарын, ирендәрен дә буямаған, хас та ябай, итәғәтле, бәләкәй саҡтан минең менән уйнап, аралашып үҫкән ауыл балаһы. Нескә талсыбыҡтай сибек кенә кәүҙәле,төпһөҙ күлдәй зәңгәр күҙле ылыҡтырғыс ҡыҙҙың икенән үрелгән ҡабарынҡы етендәй һары сәс толомо иңенә ятҡан. “Әһә, егеттең алтынын, аҫылын, бер тигәнен танырлыҡтар ҙа бар икән әле бында!” тип тантана иттем эсемдән. – Здравствуйте! – тине ҡыҙ, яҡын кешеһенә мөрәжәғәт иткәндәй. – Привет! – Меня зовут Лена, если вы не против, присядем вместе? – А я Хайдар, Хайдар Тапаков из лесного Зилаира. Знаете такую местность? – Конечно, знаю Зилаирский район. Там в райцентре живут наши родственники. У вас очень красивая, нетронутая цивилизацией девственная природа. “Ә-ә-ә, бына ни өсөн һырпаланып бараһың икән, йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тигәндәре шулдыр”, тип уйымдан фекер төйнәнем дә дауам иттем: – Кәнишне, не прутив, давай, присядем, у нас ведь так поют: “Садись дружок, рядом со мной, в сердце будет веселей!” – Ҡыҙ мәғәнәһеҙ, урынһыҙ хәбәр һатыуымды итәғәтле генә, аҙағынаса тыңлап бөттө лә, мине артынан эйәртергә теләп, алға үтте. Кабинеттың урта тирәһендәге партаға оҡшаш өҫтәлде биләнек. Иртәнсәк йыуынғандан һуң битемде “Шипр” одеколоны менән сылатҡайным, ҡыҙҙан ул заманда үтә һирәктәр ҡулланған француз хушбыйының наҙлы еҫе килде. Өҫтөнә кейгәне лә ҡойоп ҡуйғандай кәүҙәһенә һылашҡан, килешле, ҡиммәтле, затлы, моғайын да, аҡсаны иркен тотонған етеш ғаиләлә йәшәйҙер. Ыңғайлай ҡалған хәлдә лә быны бисә итеп алып булмаҫ, тип кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарар сығарҙым күңелемдән. Был һылыу беҙҙең ҡор кешеһе түгел, өйләнгән хәлдә лә ҡатын тигәнең йә сабылған бесәнде йыя алмаҫ, йә һыйыр һауырға, йә яҙлы-көҙлө һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡып алырға эшкинмәҫ, йә ауыл мейесендә икмәк һалырға ҡулынан килмәҫ, ундайҙарҙы беҙҙә ҡойолдороғо ҡойолған һәпрә, тиҙәр. Хилаф ошо уйымдан уңайһыҙланғандай, ҡыҙ яғына ғәйепле төҫтә ҡарап ҡуйғайным, ул да “аңланым теләгеңде” тигәндәй, ҙур күҙҙәрен, уймаҡ ирендәрен көлдөрҙө. Училищела үткән тантананан һуң, йәйәүле ҡаҙаҡтай әйберҙәремде йөкмәп алып, ҡабаттан ҡала үҙәгенә ҡарай йүнәлдем. Кеҫәмдә ятҡан адресҡа ярашлы, ҡасандыр беҙҙә йәшәп киткән, шуға ауылдаш тип иҫәпләнгән Мәрфуға апайҙы эҙләп таптым. Ваҡытлыса булһа ла ҡайҙа ла морон төртөргә кәрәк бит инде. Бында, дүртенсе ҡатта урынлашҡан бер бүлмәле фатирҙа, хужабикәнән тыш тағы ла ике студент көн күрә икән дәбаһа, хәйерһеҙ. Апай кемдең балаһы икәнлегемде белешкәндән һуң “әсәйең игелекле кеше, мин уны яҡшы беләм, ятаҡ йүнләгәнсе, яңы урын тапҡансы” тип йәшәргә индерҙе. Оло байлыҡҡа юлыҡҡандай ҡыуанып киттем, индермәгән хәлдә ҡунаҡханала ҡуныуҙан ваз кисеп (ваз кисмәгән хәлдә лә, һылтауын табып, унда мине яҡын юлатмаҫтар ине), тимер юл вокзалында төн үткәрергә ниәтләгәйнем. Иҫке планировкаға ярашлы эшләнгән фатир бәләкәй генә, тар ергә таяу булып, йәнә мин өҫтәлдем. Өс үҫмер теҙелешеп ятып иҙәндә йоҡлап йөрөйбөҙ, яҫтаныр, ябыныр булып та түшәнер әйбер тапмағанлыҡтан, аҫтыбыҙға йоҡа одеал һалған булабыҙ. Мин һөйәк тә тиренән әүәләнгәнлектән, таң атҡансы ҡаҡ ағасты ҡаты таҡтаға ышҡыған ише хәтәр тауыш ҡуптарып, тыһырлығы сығып әйләнгеләп ятам. Туҡланыуға килгәндә, көн һайын икмәк, өлөшләп, мыҫҡаллап бүленгән сәй, тышлығына “Очень вкусный суп быстрого приготовления” тип яҙылған ус аяһылай пакет һатып алған булам. (Аҙағы бар).