Найти тему
Башҡортостан гәзите

Проекттар ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла

Башҡортостан Башлығы гранттары фонды тарафынан үткәрелгән конкурстарҙың асыҡлығы ярҙам алырға мөмкинселек бирә, шул иҫәптән йәш ойошмаларға ла. Гранттарҙың икенсе конкурсы һөҙөмтәләре буйынса 89 ойошма үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 163 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Мәҫәлән, был конкурста 40 ойошма тәүге тапҡыр еңеүсе исеменә лайыҡ булһа, уларҙың 16-һы беренсе тапҡырҙан еңеүгә өлгәшкән. Еңеүсе проекттар һаны буйынса баш ҡала ойошмалары алдынғылыҡты биләй, уларҙың һаны - 54. Ә Ғафури районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ете һәм алты проект тәҡдим иткән. Иң күп проекттар “Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыу, физик культура һәм спортты пропагандалау” йүнәлешендә, уларҙың һаны – 17. ”Тыуған ауылға - спорт” проекты район үҙәгенән алыҫта ятҡан ауыл халҡын физкультура һәм спортҡа күпләп йәлеп итеүгә шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн Саҡмағош районының Аблай ауылында, Йылайыр районының Матрай ауылында, Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында яңы спорт комплекстары урынлаштырыласаҡ. Популярлыҡ буйынса икенсе йүнәлеш – “Мәҙәниәт һәм сәнғәт”, был йүнәлештә 15 проект ғәмәлгә ашыраласаҡ. “Социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм граждандарҙың айырым категорияларын яҡлау” йүнәлешендә 14 проект бар. “Һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына сплав-тур” проектына ярашлы Башҡортостан йылғалары буйлап уңайлы сплав-тур маршруттарын ойоштороу планлаштырыла. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу 14 июлдән дә алда башланмаясаҡ.