Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Көнүҙәк темалар ҡаралды

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумына әҙерлек тураһында һөйләүҙән башланы. – 29 майҙа Рәсәй һәм Белурась яҡтарының ойоштороу комитеттары менән кәңәшмә үткәрҙек. Был форум беҙҙең республика өсөн бик мөһим сараларҙың береһе буласаҡ. Программаны, делегациялар составын тикшерҙек, ваҡиға һәм эшлекле майҙандар әҙерлеге ҡаралды, – тине Радий Хәбиров. 26-28 июндә Башҡортостанда ике ил төбәктәренең хеҙмәттәшлек итеүенә йомғаҡ яһаласаҡ. Сараларҙа Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова ҡатнаша. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, Башҡортостанда коронавирус менән хәл тотороҡланыуын дауам итә. Уҙған тәүлектә сир 32 кешелә асыҡланған. 119 пациент дауаханала ята (уларҙың 83-ө 60 йәштән өлкәндәр), 993 кеше өйөндә дауалана. Дауаханаларҙа 225 урын бар. Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт т

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумына әҙерлек тураһында һөйләүҙән башланы. – 29 майҙа Рәсәй һәм Белурась яҡтарының ойоштороу комитеттары менән кәңәшмә үткәрҙек. Был форум беҙҙең республика өсөн бик мөһим сараларҙың береһе буласаҡ. Программаны, делегациялар составын тикшерҙек, ваҡиға һәм эшлекле майҙандар әҙерлеге ҡаралды, – тине Радий Хәбиров. 26-28 июндә Башҡортостанда ике ил төбәктәренең хеҙмәттәшлек итеүенә йомғаҡ яһаласаҡ. Сараларҙа Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова ҡатнаша. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, Башҡортостанда коронавирус менән хәл тотороҡланыуын дауам итә. Уҙған тәүлектә сир 32 кешелә асыҡланған. 119 пациент дауаханала ята (уларҙың 83-ө 60 йәштән өлкәндәр), 993 кеше өйөндә дауалана. Дауаханаларҙа 225 урын бар. Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Был аҙнала күсмә бригадалар Ҡырмыҫҡалы, Борай, Тәтешле, Ишембай, Дыуан, Мәсетле, Туймазы һәм Әбйәлил райондарында эшләй. Быйыл 17 апрелдән 2 июнгә тиклем табиптар 51 952 кешене тикшергән. Һөҙөмтәлә 1300-ҙән ашыу яман сир, шәкәр диабеты, туберкулёз һәм башҡа сирҙәргә шик асыҡланған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, “Башҡортостан” ирекле мотоуҡсылар полкының төп өлөшө тулыһынса июнь аҙағына әҙер буласаҡ. Ике-өс ай дауамында хәрби хеҙмәткәрҙәр хәрби әҙерлек үтәсәк, бынан һуң улар алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ. “Барлыҡ егеттәргә лә ҙур рәхмәт, әлбиттә. Эште дауам итергә кәрәк. Үҙ өҫтөбөҙгә алған бурыстарҙы үтәү зарур”, – тине Радий Хәбиров. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 1 июндә Өфөлә Совет майҙанында Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһын һәм Әхмәт Дәүләтов исемендәге башҡорт медицина ротаһын оҙатыу тантанаһы үтте. Улар “Башҡортостан” ирекле мотоуҡсылар полкы составына инәсәк. Полк составында совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Мурзин, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальондар, Мөғин Нагаев исемендәге артдивизион да ойошторолдо. Әйткәндәй, уҙған аҙнала Башҡортостан Башлығы полк егеттәре әҙерлек үткән Һамар өлкәһендә булып, улар менән аралашып ҡайтты. Шулай уҡ Радий Фәрит улы “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы эшенә ҡағылышлы йөкләмәләр бирҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары кәрәкле ярҙамды тулы кимәлдә алырға тейеш, тип айырым билдәләне төбәк етәксеһе. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға фондҡа һәр яҡлап ярҙам итергә ҡушты. – Белеүегеҙсә, был фонд Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса булдырылған. Ремонт яһаныҡ, әҙерләнек. Ул – кәңәш, ярҙам алырға кәрәк булғандар өсөн йорт булырға тейеш. Фондҡа даими ярҙам күрһәтеүегеҙҙе һәм уның менән бергә эшләүегеҙҙе һорайым, – тине Башҡортостан Башлығы. Был фондтың филиалы ошо көндәрҙә Өфөлә асылды. Ойошманың бурыстары иҫәбендә – медицина һәм социаль реабилитациялауҙы, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе, психологик ярҙамды, техник реабилитация сараларын һәм шифахана-курорт дауаланыуын үҙ эсенә алған бөтә тейешле ярҙам сараларын алыуға булышлыҡ итеү. Шулай уҡ фонд ветерандарҙы ҡайтанан уҡытыуҙа һәм эшкә урынлаштырыуҙа, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә булышлыҡ итәсәк. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: ял көндәрһеҙ иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.