“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған конкурста ҡатнашҡан Рима Шәфҡәт ҡыҙы Юлдыбаева Әбйәлил районының Сиҙәм ҡасабаһында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһын “Шәфҡәт туташы эше” белгеслеге буйынса уңышлы тамамлаған. Ул Сибайҙағы туберкулез диспансерында, артабан – Северныйҙа, аҙаҡ Урал участка дауаханаһында палата шәфҡәт туташы булып эшләй. Бынан тыш, өлкән шәфҡәт туташы вазифаһын да башҡара, дарыуханала ла эшләп өлгөрә. Улдары Рауил һәм Радмир – уның ныҡлы таянысы. Рауил фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Кеселәре Башҡорт кооператив институтында белем ала – иҡтисадсы булмаҡсы. Рима Шәфҡәт ҡыҙы бала сағынан табип булырға хыялланған, тик тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Шәфҡәт туташы булып эшләй. Шулай ҙа күпмелер ваҡыт үткәс, сәмсел, тырыш ҡатын Башҡорт дәүләт медицина университетының “Идара итеү һәм фармация иҡтисады” факультетына уҡырға инә. Рима Юлдыбаеваның тырыш хеҙмәте Профсоюздар башҡарма комитетының, Әб