Найти тему
Башҡортостан гәзите

Урман әле лә яна

Әле республиканың күпселек райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, шул иҫәптән 21 районда 5 класлы янғын хәүефе тора: Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Йылайыр, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Яңауыл. Федоровка районында – 4-се класс, Әлшәй, Бәләбәй, Иглин, Илеш, Дүртөйлө, Өфө райондарында 3-сө класлы янғын хәүефе тора. Быйыл 31 марттан 5 июнгә тиклем урман фонды биләмәһендә 79 урман янғыны теркәлгән, шуларҙың 51-е халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә, 17-һе – башҡа категориялы ерҙәрҙән ут күсеүгә, 6-һы – тәбиғәт факторҙарынан (йәшен, быяла аша ҡояш нурҙарынан), 5-е техноген объекттан сыҡҡан. Янғындарҙан бөтәһе 1138,66 гектар майҙанда урман зыян күргән. Уҙған тәүлектә Ғафури урмансылығы (Ташлы участка урмансылығы) биләмәһендә биш гектар майҙанда янғын теркәлгән. Һүндереүҙә 16 кеше һәм алты берәмек техника эшләй. Янғын әле лә һүнмәгән. Махсус һаҡланған тәбиғәт билмәһендә лә “ҡыҙыл әтәс” ҡотора – Көньяҡ Урал ҡурсаулығы территорияһындағы Төлмән участка урмансылығында 10 гектар майҙанда урман яна. Утты һүндереүҙә 30 кеше һәм алты берәмек техника эшләй. Янғынды ҡамауға өлгәшкәндәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һәр осҡон ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра! Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегеҙҙе һорайбыҙ, урман янғыны йәки урман янындағы янғынды күрһәгеҙ Берҙәм бушлай урман һағы номеры буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ: 8 (800) 100-94-00 йәки Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә: 8 (347) 218-14-14. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, усаҡ яғыу, утын, урман сатырын, ҡоро үләнде һәм башҡа урман яныусан материалдарҙы яндырыу урманда һәм урманға туранан-тура терәлеп ятҡан участкаларҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре талаптарын боҙоу булып тора һәм бының өсөн закон буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған! Иҫегеҙгә төшөбәеҙ - әле лә республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә ҡала. Фото: mchsrb