6 июндә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында киң мәғлүмәт сараларының 3-сө медиафорумы уҙғарыла. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй журналистары союзы рәйесе Владимир Соловьев һәм билдәле федераль спикерҙар ҡатнашасаҡ. Форумда яҡтыртыласаҡ төп темаларҙың береһе – “Медианың киләсәге. Аҡыл өсөн көрәш”. Спикерҙар халыҡ-ара һәм беҙҙең медиакиңлектәге хәл-торошо, мәғлүмәт һуғышы, илһөйәрлек ҡиммәттәрен булдырыу тураһында һөйләйәсәк. Сараны Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, Башҡортостан журналистары союзы ойоштора. Медиафорум Башҡортостан Башлығының гранттар фонды ярҙамында уҙғарыла. Фото: Башҡортостандың Журналистар союзы сайтынан.