Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төҙөлөш эштәре планға ярашлы бара

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөлөшө буйынса сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Кампустың бурысы - иҡтисадтың реаль секторы өсөн алдынғы техник ҡарарҙарҙы йыйыу, анализлау, әҙерләү һәм индереү үҙәгенә әүерелеү. Андрей Назаров билдәләүенсә, быға тиклемге кәңәшмәлә проекттың беренсе сираты буйынса планлаштырыуға ҡағылышлы һуңғы ҡарарҙар һәм инженер селтәрҙәрен күсереү, ҡайһы бер объекттарҙы һүтеү буйынса эштәрҙе башлау алгоритмы тикшерелгәйне. - Беренсе сират буйынса республиканың йөкләмәләрен тәьмин итеү сиктәрендә концессия килешеүе буйынса проект эштәрен аванслауға бюджеттан 200 миллион һум бүленде. Концессионер аҡсаны ҡаҙна оҙатыуына ярашлы үҙләштерә. Әле төҙөлөш майҙансығының ваҡытлыса ҡоймаһын монтажлау һәм үткәреү режимын ойоштороу буйынса эштәр тамамланған, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Министрҙар кабинеты етәксеһе. Премьер-министр иҙән һалыуға ҡағылышлы эштәр башҡарылғанын иҫкә төшөрҙө. - Бер үк ваҡытта генераль подрядсыға тапшырыу өсөн документацияны әҙерләү буйынса эштәр алып барыла. Бинаның конструкцияһын нығытыу, беренсе һәм икенсе ҡаттарҙа гидроизоляция, елләтеү ҡоролмалары, 3-15 ҡаттарҙа санузелдар буйынса һыҙмалар әҙерләнгән һәм эшкә тапшырылған. Бина колонналарын көсәйтеү өсөн әҙерлек эштәре тамамланған, беренсе ҡаттағы, 15 ҡатлы өлөштөң - ун өсөнсө, минус икенсе ҡаттағы колонналар көсәйтелә, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе. Премьер-министр рәйеслегендә объект төҙөлөшөнөң икенсе сиратын да тикшерҙеләр. Әлеге ваҡытта унда инженер тикшеренеүҙәре үткәрелә. Һуңынан проектты тормошҡа ашырыуҙың ағымдағы стадияһы һәм вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса йөкләмәләрҙең үтәлеше тураһында республика Хөкүмәтенең Дәүләт контроле департаменты директоры Вячеслав Чернов һөйләне. Кәңәшмәне йомғаҡлап, Премьер-министр Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрәсәк кәңәшмәгә әҙерлек, шулай уҡ проект буйынса медиапланды тормошҡа ашырыу кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрҙө. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru/news/21068