Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Танылған бейеүсе Гүзәл Мамина апаһына ҡунаҡҡа барған

Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гүзәл Мамина үҙенә башҡорт милли кейем тегеп, апаһы – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нәжиә Аллаяроваға ҡунаҡҡа барған. Видеояҙманан күреүегеҙсә, ана нисек оҫта баҫа бейеүсе! Әммә комментарий яҙыусылар араһында “Ни эшләп рус көйөнә бейей икән?” тип ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта бейеүсе ханымды яҡлаусылар ҙа, “ниндәй көйгә баҫһа ла, үҙебеҙсә, башҡортса рәхәтләнеп тыпырҙап тороп бейей”, тип һоҡланыу белдереүселәр ҙә етерлек. Афарин, тибеҙ бейеүсегә! Милли күлдәге лә бына тигән! Фото: sun6-21.userapi.com Сығанаҡ һәм видео: vk.com/kuraitv1 (“Ҡурай-ТВ” төркөмөнән)