Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яр буйында изге эштәр

2 июндә Өфө ҡалаһының күркәм мөйөшөндә, Ағиҙел йылғаһы буйында, “Водник” стадионы янында “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һыу объекттарының ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса “Рәсәй йылғаһы” экологик акцияһы уҙҙы. 700-ҙән ашыу ирекмән 800 тоҡ сүп-сар йыйҙы. Башҡортостанда акцияға бөтәһе 4000-дән ашыу ирекмән ҡушылды. – Бындай акциялар халыҡтың йәмәғәтселек әүҙемлеген һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Көстәрҙе берләштереп кенә һыу объекттары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартырға һәм тирә-яҡ мөхитте яҡшыртырға мөмкин, – тине Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов. Яр буйы зонаһын йыйыштырыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар менән билдәләнде. Сара Башҡортостан биләмәһендә йыл һайын апрелдән октябргә тиклем уҙғарыла. Республика унда 2015 йылдан алып ҡатнаша. Илдең экология торошо өсөн борсолғандарҙың барыһы ла “Рәсәй һыуы” акцияһында ҡатнаша һәм хатта үҙҙәренең төбәгендә ойоштороусылар була ала. Бының өсөн берегдобрыхдел.рф. рәсми сайтында теркәлергә кәрәк. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.