Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йүткереүҙән баллы компресс ярҙам итә

Йүткереүҙән баллы компресс ярҙам итә

Оҙайлы йүткереү яфалағанда, төрлө компресс менән дауаланғанда, сир ҡул менән һыпырып алған кеүек юҡҡа сығыр. Уларҙың бер зыяны ла юҡ, тын юлы ағзалары сирҙәренә бик яҡшы ярҙам итә, хатта кескәй балаларға ла ҡулланырға мөмкин. Бал компрестарҙы әҙерләү өсөн бер нисә ысул тәҡдим итәбеҙ. Берәр ҡалаҡ бал һәм тоҙ ҡушып, бинтҡа йәки сепрәккә һыларға ла төн­гө­лөккә күкрәккә ҡуйырға. Иртән күкрәкте дымлы салфетка менән һөртөп алырға. Ғәҙәттә, тәндә тоҙ ғына тороп ҡалыусан. Тигеҙ күләмдә көнбағыш майы, бал һәм он алына. Уларҙы шулай уҡ бергә ҡушып, бинтҡа һыларға ла күкрәккә бәйләргә. Өс сәғәттән йыуабыҙ. Бер аш ҡалағы бал, шул уҡ күләмдә он, ҡоро гәрсис һәм бал ҡушабыҙ. Нәҙек итеп йәймә йәйәбеҙ ҙә арҡаға йә күкрәккә һылайбыҙ. Ике сәғәттән алабыҙ. Ғәҙәттә, үрҙәге рецепт өлгөләрен ҡуллан­ғандан һуң, йүткереү бер-ике сәғәттән ҡул менән һыпырып алғандай була. Һау-сәләмәт булығыҙ, үрҙәгесә дауаланыр алдынан мотлаҡ рәүештә табип менән кәңәш­ләшергә онотмағыҙ. Кәримә УСМАНОВА