Ғәҙәттә, байрам табыны үткәс, күп кеше күңел төшөнкөлөгө, урынһыҙ борсолоу кисерә. Быға күп осраҡта көткән өмөттәрҙең аҡланмауы, оҙайлы ялдар, кеше менән күп аралашыу ҙа йоғонто яһамай ҡалмай. Ошо хәлдән ҡотолоу өсөн психологтар түбәндәгеләрҙе кәңәш итә: Ручка, ҡағыҙ алығыҙ. Ҡағыҙҙың бер яғына үҙегеҙҙе борсоған ғәмәлдәрҙе яҙығыҙ, икенсе яғына был борсолоуҙың ваҡытлыса булыуын, һеҙҙе яҡшылыҡ көткәнен дәлилләп теркәгеҙ. Тормошоғоҙға ниндәйҙер үҙгәреш индерегеҙ: өй йыһазын күсереп ултыртығыҙ, яңы берәй әйбер йәки кейем һатып алығыҙ. Шуға һөйөнөргә, яҡындарығыҙға һөйөнсөләргә онотмағыҙ. Яҡындағы көндәргә эш планы төҙөгөҙ. Унда буш ваҡыт ҡалырға тейеш түгел. Алдығыҙға ғәмәлгә ашырҙай аныҡ ниәт ҡуйып, маҡсатығыҙға ынтылығыҙ. Ҡыҙыҡлы комедия ҡуйылған көндә театрға йәки яратҡан артисығыҙҙың концертына барығыҙ, мауыҡтырғыс китап уҡығыҙ, күңелсәк дуҫтарығыҙ менән аралашығыҙ. Юҡ ҡына күренештәргә һөйөнә белегеҙ. Кемгәлер ниңәлер асыулы булһағыҙ, быны онотоғоҙ, үпкәләүҙән туҡтағыҙ. Изге, шат күңелле кешенең эштәре лә уң була. Күңел төшөнкөлөгө физик күнекмәләрҙән ҡурҡа. Эҫе һәм һыуыҡ һыуҙы сиратлап душта ҡойоноу, бассейнда йөҙөү, тәбиғәттә булыу, саф һауала йөрөү файҙалы. Кәйефте күтәреүгә ризыҡтарҙан ҡара шоколад, банан, күрәгә, әфлисун, ҡыҙыл балыҡ ярҙам итә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: йоҡо – көс-дарманды тергеҙеүҙә иң яҡшы дауа. Кәримә УСМАНОВА