Көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы күптәрҙе борсоуға һалмай ҡалмайҙыр. Бигерәк тә ҡан баҫымы менән интегеүселәргә бындай көндәрҙә ауырға тура килә. Хатта үҙен һау-сәләмәт итеп тойған кеше лә тирләүҙән яфалана. Табиптар фекеренсә, тир бүленеүе – организмдың мөһим функцияһы. Уның ярҙамында һыуынабыҙ, һыу-тоҙ балансы көйләнә, токсиндар сығарыла. Тир, күҙҙәрҙәге керпектәр кеүек, бер үк функцияны башҡара – тире эсенә микробтар эләкмәһен өсөн тәндә һаҡлағыс ҡабыҡ барлыҡҡа килтерә. Әсе тир еҫе сығып, кешеләрҙең кәйефен боҙмаҫ өсөн, дөрөҫ туҡланырға кәрәк, тип иҫәпләй табиптар. Эҫелә ҡәһүәне, татлы аҙыҡ-түлекте аҙыраҡ ҡулланырға, газлы эсемлектәр, тәмәке, алкоголь, әсе ризыҡтар менән мауыҡмаҫҡа кәңәш бирәләр. Нисек туҡланыуыбыҙға ҡарап, беҙҙән шундай еҫ аңҡыясаҡ. Табиптар йәшелсә, емеш-еләк, йәшел тәмләткестәрҙе күберәк файҙаланырға ҡуша. Эҫелә иң яҡшыһы – тәбиғи эсемлектәр. Һыу, кеүәҫ, лимонлы сәй, еләктән яһалған морстар һыуһынды ҡандыра. Артыҡ ныҡ тирләйһегеҙ икән, бер ниндәй дезодорант та