Күптән түгел Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында быйыл уҡыуҙы тамамлаясаҡ 12 шәкерт менән осрашыу үтте. Сарала Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин ҡатнашты. Мөфтөй үҙенең сығышында колледжды тамамлаясаҡ студенттарға кәңәштәр бирҙе, белем алыуҙан бер ҡасан да туҡтап ҡалмаҫҡа саҡырҙы. "Мосолман тап шундай булырға тейеш: ул бер ҡасан да өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәтләнеп йәшәмәй, гелән алға ынтыла. Динебеҙ нигеҙҙәрен өйрәткән имамдар өсөн бындай сифат айырыуса мөһим, – тине Айнур хәҙрәт. – Билдәле булыуынса, әле донъяла ҙур һынауҙар артты. Ошондай мәлдә беҙгә төрлө яҡлы белем айырыуса мөһим. Һәр урында халыҡҡа төплө аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Тап шуны күҙ уңында тотоп, дәүләтебеҙ дини, рухи үҫеште күтәреүгә ҙур йүнәлеш ала. Һеҙгә ярҙамға Диниә назараты тарафынан китаптар сығарылып тора, интернет селтәрендә өҫтәмә дәрестәр ҙә алып барабыҙ, шулай уҡ йыл да квалификацияны камиллаштырыу курстары ойошторола – килегеҙ, барығыҙҙы ла көтәбеҙ. Ғөмүмән, диплом алдыҡ тип хушлашырға ашыҡмағыҙ, артабан да ғилем алыуҙы дауам итәйек". Мөфтөй шулай уҡ традицион динебеҙ ҡанундарын һаҡларға, уларҙан ситкә китмәҫкә, йәмғиәтте лә шуға өйрәтергә кәрәклеген билдәләне. Артабан сығыш яһаған остаздар ҙа бәйләнештәрҙе өҙмәү теләген белдерҙе, имам-хатипҡа, динебеҙҙе үҫтереү менән бер рәттән, төбәктең киләсәген, именлеген, халыҡтың яҙмышын, хаҡ юлдан барыуын хәстәрләү йәһәтенән ҙур бурыс йөкмәтелгәнен әйтте. "Билдәле булыуынса, иман йорттарының эшмәкәрлеген үҫтереү маҡсатында хәҙер ил кимәлендә төрлө социаль проекттар бойомға ашырыла, гранттар бирелә – ошо программаларҙан ситтә ҡалмағыҙ. Ғөмүмән, мәҙрәсәлә бирелгән һабаҡтарҙы киң ҡулланырһығыҙ, үҙегеҙ бар яҡлап өлгө күрһәтерһегеҙ, тип ышанабыҙ", – тине уҡытыусылар. Буласаҡ имамдар Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратына, Ислам колледжы етәкселәренә, педагогтарға ҙур рәхмәт белдерҙе, улар бағлаған ышанысты аҡларға һүҙ бирҙе. ...Ғилем – әҙәм балаһындағы барлыҡ күркәм сифаттарҙың нигеҙе. Исламда ул – иң юғары төшөнсәләрҙең береһе. Ҡөрьәндә лә, хәҙистәрҙә лә белемдең баһаһы күп мәртәбә тәҡрарланған, ғилемгә, үҫешкә ынтылмағандың иманһыҙға яҡын тороуы билдәләнгән, бындай күренештәрҙе бөтөрөү юлдары күрһәтелгән. “Мосолмандың наҙан булыуы ярай торған эш түгел, – тигән, мәҫәлән, Ғүмәр бин Хаттаб. – Белгәндәр өйрәтергә, белмәгәндәр өйрәнергә тейеш”. Дилбәр ИШМОРАТОВА