Май башында йылғалар ярҙарына ныҡлап ҡайтты. Яҙғы буръяҡ һыу әкренләп тоноҡланды, уның өҫтөндәге ваҡ киҫәксәләр төпкә батты. Республика йылғаларында майҙың тәүге көндәренән үк балыҡтар ыуылдырыҡ сәсә башланы. Ғөмүмән, тәбиғәт йәмләнә. Бына ошо матур мәлдәрҙең береһендә йылға буйына сыҡтым, балыҡсылар ҙа күбәйгән. Уларҙың араһында күптәнге танышым, һәүетемсә оҫта балыҡсы һаналған Илдар Исмәғил улы МИҢЛЕҒӘЛИЕВ бар. Мин килгәндә ул ҡармаҡтарын йүнәтә ине. Һүҙгә һаран икәнен белһәм дә, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итергә булдым. – Илдар ҡустым, балыҡҡа күпме бергә йөрөйбөҙ, әммә һине һаман асып бөтә алмайым. Тыныс холоҡло, баҫалҡы ғынаһың, бер яҡтан “шәп” балыҡсыға ла тартмағанһың кеүек. Кемдән килә ошо холоҡ-фиғелең? – Дөрөҫөн әйткәндә, Өфөлә йәшәһәм дә, Бәләбәй яҡтарынанмын. Беҙҙең төбәктә күлдәр, быуалар күп. Биш-алты йәштән балыҡҡа йөрөй башланым. Атайым Исмәғил, әсәйем Рәсимә балыҡ тоторға әүәҫлегемде һиҙептер: “Иптәштәрең менән бергә йөрө, яңғыҙ сығып китмә”, – тип киҫәтеп кенә