Һыла (судак) менән берш (алабалыҡ) – алабуғалар ғаиләһенә ҡараған сәнскеле балыҡтар. Уларға тағы алабуғаның үҙен һәм шырт балыҡты (ёрш) индерергә була. Был балыҡтар сөсө һыуҙы ярата. Һыла менән алабалыҡты күптәр бутай, әммә улар төҫтәре менән оҡшаһа ла, айырмалары байтаҡ. Һыла – алабуғалар ғаиләһендә иң эре балыҡ. Оҙон ғына тештәре бар. Кәүҙәһе оҙонса, мороно ослайып бөтә. Бик көслө балыҡ, ҡойроҡ йөҙгөстәре ҙур. Ҡабырғаларында ҡара һыҙыҡтар бар. Ҡорһағы аҡ төҫтә, шуға ла ул оҫта итеп йәшенә белә. Алғы оҙон тештәренән башҡа ваҡтары ла күп. Суртан һымаҡ ҡармаҡ ебен өҙә тешләй алмай, сөнки оҙон тештәре һирәк урынлашҡан, әммә уның арҡаһында үткер, сәнскеле йөҙгөс урынлашҡан. Һыла промысла балығы һанала, ите ҡиммәт, тәмле. Был балыҡтың оҙонлоғо 1,5 метрға етеүе мөмкин, ә ауырлығы 20 килограмдан ашыуҙары осрай. Таҙа һыуҙы ярата, ағас араларында, яр буйҙарында һунар итә. Һыланы асыҡ һыуҙа ла, ҡышҡыһын боҙ аҫтынан да тоторға мөмкин. Себер тарафтарында осратып булмай, Рәсәйҙең Европа өлөшөнд