Май айында, балыҡсыларҙы ҡыуандырып, балыҡтарҙың сиртеүе көсәйә төшә. Яҙ килеүен көтөп алған балыҡтар, ҡышлауынан сығып, тамаҡ эҙләй башлай. Ҡайһы берҙәре туплауға берләшә, ыуылдырыҡ сәсеү өсөн яйлы урын эҙләй. Шуның өсөн балыҡсыларға беренсе кәңәш: балыҡты тәрәндән эҙләмәгеҙ. Майҙа балыҡтарҙың байтағы ыуылдырыҡ сәсеүҙән туҡтай. Ажау, сабаҡ, ҡорман, опто һәм табан һуңғараҡ ҡала, ә бына һаҙан, ҡыҙылғанат, карп, күстерә һәм һыла тик әҙерләнә генә башлай. Йәйен май аҙағында ғына ыуылдырыҡ сәсәләр. Һәр балыҡсы белә инде: был осорҙа балыҡ ҡапмай, тик сабаҡ, ҡомтой, ажау ғына ашауҙан туҡтамай. Айҙың икенсе ун көнлөгөндә йылғаларҙа ағарсаҡ, һыла, сабаҡ, бурыш ыуылдырыҡ сәсә. Бынан һуң балыҡ ауырый, ике-дүрт аҙнанан һуң ғына ҡаба башлай. Ҡояшта йылынып хәл алғандан һуң, балыҡтар йылдағы төбәктәренә ынтыла. Тәжрибәле балыҡсылар уларҙың ҡайһы ергә ашарға килеүен тиҙ генә төҫмөрләй. Бер ай тирәһе ашап, туйынып алғас, сиртеү тағы һүлпәнәйә. Бының беренсе сәбәбе – туйыу, икенсеһе – ағастарҙан мамы