Йылдар үткән һайын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының ауырлығын үҙ иңендә күтәргән быуын вәкилдәре кәмегәндән-кәмей. Әммә беҙ тарихты һаҡларға, тыныс тормош өсөн башын һалғандар тураһында иҫтәлектәрҙе мәңгеләштерергә тейешбеҙ. Атайымдың һуғыш йылдары тураһында хәтирәләре күңелем түрендә урын алған. “Шәйәхмәт Мираҫов, Бәхтигәрәй Ҡотлосурин һәм мин, Әхмәтғәле Ҡотлосурин, һуғышҡа бер ауылдан тәүгеләрҙән булып киттек. Бәхтигәрәйҙең алты балаһы бар, ә минеке – бишәү, Шәйәхмәттеке – берәү. Ҡайтыуыма Әхәт улым гүр эйәһе ине, 1943 йылда аслыҡтан үлгән. Мәскәү – Смоленск юлында ҡамауға эләгеп, беҙҙе Германиянан Дрезденға тиклем ҡыуып алып киттеләр. Юлда аслыҡтан, һыу юҡлыҡтан күптәр һәләк булды. Һуғыш бөткәнсе тотҡонлоҡта булдым, ғүмерем бөтмәгәс, ҡайтырға насип итте. Һорау алғанда яҡташ менән осраштыҡ. “Мәләүездәге теге ҡыҙыл йорт торамы?” – тип һораны. Һүҙ Усманов йорто тураһында ине. Ул үҙе граждандар һуғышында әсирлеккә эләгеп, Германияла төпләнгән, мулла вазифаһында ине. “Беҙҙекеләр оҙаҡламай