Мәләүез районының Һабаш ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 95 йәшлек Хәлит Насибулла улы Солтановтың хәтере бик шәп, йәшлек йылдарындағы хәл-ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләй. – Һуғыш башланғанда миңә 14 йәш ине. Солтановтарҙан атайым менән бергә ҡустылары Нурулла, Хөснулла, Лотфулла, Мотиғулла, 1942 йылда 18 йәшлек Мөхтәр ағайым немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа китте. Беҙ уларҙың яуҙағы батырлыҡтарын йыш ғорурланып иҫкә алабыҙ. Тиңһеҙ алышта – Атайым Насибулла Солтанов Башҡорт кавалерия дивизияһында немец илбаҫарҙарына ҡаршы яуҙа Бреслау ҡалаһына һөжүм иткәндә үлемесле яралана. Ҡустыһы Нурулла ла шул дивизияла ҡурҡыу белмәҫ взвод командиры була. Ул беҙҙең менән һуғыш осорондағы хәтирәләрен уртаҡлаша торғайны. Карпат аша сыҡҡанда һыбайлыларҙы дошман күреп ҡала. Фашист самолеты кәйелә биреп ут аса. Юғалып ҡалмай пулеметсы Нурулла Ғилман улы: аттың арбаһын түңкәреп, пулеметын әйләнеп торған тәгәрмәс өҫтөнә ҡуя ла дошман самолетын атып төшөрә. Бер арауыҡҡа дошман самолеттары осоуҙан туҡтап тора. Ошо ваҡыттан файҙаланып, Совет ғәскәрҙәренә Карпат тауы аша сығыу мөмкинлеге асыла. Батырлығы өсөн ағайым Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Башҡорт кавалерия дивизияһына Башҡортостандан бик күп ат ебәрелә. Нурулла ағайым һөйләүенсә, шул толпарҙар араһында тиҫкәре холҡо менән данлы Һабаш ауылы пожаркаһының байталын танып ала. Һуғыштан һуң Нурулла ағайым ауыл советы, колхоз рәйесе булып эшләй, хужалыҡтарҙы берләштереүгә күп көс һала. Фин һуғышында ҡатнашҡан офицер Хөснулла ағайым Бөйөк Ватан һуғышы башланыу хәбәрен Литваның Шяуляй ҡалаһында сик буйы һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән осорҙа ишетә. 22 июнь таңында фашистарҙың тәүге һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша, немец илбаҫарҙарын артиллерия утына тота. Шул тиңһеҙ алышта ул ҡаты яралана һәм Ҡазан ҡалаһына госпиталгә оҙатыла. Ғаиләһе лә әсирлеккә саҡ эләкмәй: тыуған яҡҡа тауар поезында ҡайтып килгәндә, фашистар тимер юлды бомба утына тота. Поезд составы өҙөлә. Күп ҡатын-ҡыҙ, бала-саға һәләк була. Иҫән ҡалған еңгәм ғаиләһе менән Башҡортостанға ай тигәндә саҡ ҡайтып етә. Яраһы төҙәлгәс, Хөснулла ағайым йәнә яуға китә. Һуғышҡа тиклем Ишембайҙа шофер булып эшләгән Лотфулла, уҡытыусы Мотиғулла ағайҙарым, минән өс йәшкә өлкән Мөхтәр 1942 йылда яуға саҡырыла. Барыһы ла Еңеү өсөн! Һуғыш башланғансы ете класты бөтөргәйнем. Ялан-баҫыуҙағы эш үҫмерҙәр, һуғышҡа барыу йәшенән уҙған ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төштө. Мин үҙем дә иген сәсеү, ер һөрөүҙә гел ҡатнаштым, һабансы, һыу ташыусы, тракторсы ярҙамсыһы булдым. Ауылдашыбыҙ Ғәзиз Низаметдинов фронттан яраланып ҡайтҡайны, ҡулы шәбәйгәнсе, ул техника серҙәренә ныҡлы өйрәтте. 1945 йылдың 15 мартында 18 йәшем тулыр-тулмаҫ миңә лә һуғышҡа саҡырыу ҡағыҙы килде. Тракторҙа эш рәтен белгәс, танк ғәскәренә билдәләнеләр. Өфөлә хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында йәш һалдаттар ҙа, һуғышта яраланғандан һуң төҙәлгәндәр ҙә фронтҡа кире ебәреүҙәрен көтөп ята. Казармала һалдаттар күп, өсәр ҡатлы һәндерәлә йоҡлап йөрөйбөҙ, беҙҙән күберәк унда ҡандала... Свердловск өлкәһенән Пышма тигән урынға танк мәктәбенә уҡырға тәғәйенләндек. Землянкаларҙа йәшәнек. Беҙҙе бында танк серҙәренә өйрәттеләр. Марттан август айына тиклем уҡыуҙа булған арала һуғыш та бөттө. Бер көн барыбыҙҙы теҙҙеләр ҙә һуғышта ҡатнашҡандарҙы – Алыҫ Көнсығышҡа япондарға ҡаршы һуғышҡа, йәштәрҙе эшелонға тейәп, Польшаға ебәрҙеләр. Польшаға барып инһәк, унда – емереклектәр, янып ятҡан эшелондар, станциялар... Вагондарҙан сығып өлгөрмәгән һалдаттарҙың мәйеттәре... Ике яҡтан да инеп булған тауар вагондарын күргәнегеҙ бармы? Шунда уҡ “буржуйка” мейесе ҡуйылған. Унда аш бешерәләр, ҡоро паек тараталар. Беҙҙең һалдаттар шундай тауар поездарында хәрәкәт итә ине. Унда ла хәрби әҙерлек менән шөғөлләндек, немец һалдаттары өсөн төҙөлгән, уңайлы казармаларҙа йәшәнек. Ете йылға яҡын хеҙмәт иттем, 1951 йылда ғына ҡайттым. Маршал Рокоссовский менән дүрт-биш тапҡыр осрашырға тура килде, ул һалдаттар менән әңгәмә ойошторҙо, донъялағы сәйәсәт тураһында һөйләне. Польша халҡы беҙгә яҡшы мөнәсәбәттә ине, немецтарға ҡаршы һуғышта уларҙың да подразделениеһы булды. Беҙҙең халыҡты хөрмәт итте поляктар, бигерәк тә Варшава халҡы яҡын күрҙе. Хәҙер ҡайһы бер илдәр тарихты үҙгәртеп яҙырға маташа. Польшаның элекке хөкүмәте Совет иленең ярҙам итеүен теләмәне. Һуғыш ваҡытында улар Англиянан, Лондондан идара итеп ятты. Варшавала восстаниенан һуң немецтар уларҙы бик ныҡ ҡырҙы. Хеҙмәт иткән урын, элекке Көнсығыш Пруссия ере булараҡ, Беренсе Ватан һуғышында немецтар ҡулында булған. 1941 йылға тиклем ике ҡатлы хәрби казармалар төҙөгәндәр, урамда – плац, асфальт. Бер полкта, бер ротала хеҙмәт итеп, 3-сө разрядлы механик-водителдән 1-се разрядҡа тиклем хәрби белемемде камиллаштырҙым. “Германияны еңгән өсөн”, “Совет Армияһы һәм флотына – 30 йыл” миҙалы менән бүләкләндем. Һуғыштан һуң барлыҡ ил буйынса тергеҙеү, тыныс тормошто яҡынайтыу, производствоны күтәреү, завод-фабрикаларҙы яңынан ҡеүәтләп эшләтеп ебәреү илебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың маҡсаты булды. Тыныс тормошта намыҫ ҡушҡанса эшләнек. Киләһе быуынға әйтер һүҙем бар: белем алығыҙ, тырышып эшләгеҙ, уғрылыҡ, эскелек юлынан йыраҡ тороғоҙ. Әҡлимә ИМАМОВА