Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшлекле ханым яугирҙәргә ылау илтте

Тормош – көслөләр өлөшө. Бөгөн кемгәлер ышанып йә иһә ҡайҙандыр ярҙам көтөп ултырыу заманы түгел. Һәр кем үҙенең ҡулынан килгәнсә тырыша, донъя көтә, балалар үҫтерә, ғаиләһен баға, күптәре, үҙ эшен асып, эшҡыуарлыҡта юлын таба. Шуныһы ҡыуаныслы: гүзәл заттар араһында ла үҙенең эше, изге ғәмәлдәре, халҡына күрһәткән ярҙамы менән хатта ир-атҡа ла өлгө булырлыҡ эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап. Шағир һүҙҙәре менән әйткәндә, “ҡар өҫтөндә усаҡ тоҡандырыр, сабып барған атты тотоп йүгәнләр” ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе – Хәйбулла һылыуы, бөгөн “Башбланкиздат” предприятиеһының директоры Гөлсәсәк Әлибаева. Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙын студент йылдарынан беләм. Башҡорт дәүләт университетының данлыҡлы 1-се ятағында бер осорҙа йәшәнек. Һәр саҡ үҙенә ныҡлы ышанған, студент сағынан аныҡ маҡсаттар ҡуйып, үҙен лидер итеп танытҡан Хәйбулла ҡыҙының бөгөн үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған эшлекле ханым булыуына һис тә аптырайһы түгел. Тырыш һәм маҡсатлы ҡыҙ, студент йылдарында уҡ “Башҡортостан энциклопедияһы” нәшриәтендә эш башлап, артабан республиканың Үҙәк дәүләт тарих архивында, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәтендә, Зәки Вәлиди исемендәге Республика милли китапхана­һында кадрҙар бүлеге начальнигы, “Росимущество”ның Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй территориаль идаралығында кадрҙар, эштәр идаралығы, отчет һәм контроль бүлеге начальнигы вазифаларында эшләп, ярайһы уҡ тәжрибә туплай, шуға күрә “Башбланкиздат” предприятиеһының директоры вазифаһын да һис икеләнеүһеҙ ҡабул итә һәм яңылышмай. Бөгөн уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе, ҡасандыр һүнә барған предприятиеға заманса һулыш биргән, яңы алымдар, яңы аҙымдар менән атлаған булдыҡлы етәксе­ләрҙең береһе лә. Йәштән ололарға хөрмәт менән ҡараған, ярҙам һораусыларға ҡулынан килгәнсә изгелек күрһәткән, милли матбуғатҡа яҙылыуҙа һәм таратыуҙа ярҙам иткән, даими рәүештә бик күп сараларҙа бағыусы булараҡ сығыш яһаған Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ил өҫтөнә оло ҡайғы килгәндә лә ситтә ҡалмай. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙырға ашҡына, улай ғына түгел, яңыраҡ ҡына алыҫ Луганск Халыҡ Республикаһында булып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә кәрәк-яраҡ тапшырып ҡайтты. Алыҫ юлда Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы үҙенең шәхсән автомобилендә барған һәм Башҡортостандан бергә барған юлдаштарының автомобилдәрен даими рәүештә яғыулыҡ менән тәьмин итеп, уларҙы ашатыу мәсьәләләрен дә үҙ өҫтөнә алған. Шулай уҡ яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡ, ризыҡтар тупланмаһы ла эшҡыуарҙың шәхси аҡсаһына һатып алынған. Был хаҡта ул үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә былай тип яҙған: "9 Май – Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын тыныс булмаған Украинала ҡаршы алырға тура килде. “Башбланкиздат” предприятиеһы етәксеһе булараҡ, гуманитар ярҙамды шәхсән үҙем Луганск Халыҡ Республикаһы мәктәптә­ренә һәм махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташ һалдаттарыбыҙға алып барҙым. Тәрән йөкмәткеле осрашыуҙар, әһәмиәтле һөйләшеү­ҙәр, һалдаттар менән аралашыу, уларҙың күтәренке рухта булыуына һоҡланыу һәм ғорурлыҡ хисе уятты был мөһим миссиям. Эш сәфәрем осрашыуҙарҙан башланды. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәптә, Сафа Хәсәнов исемендәге 20-се "Краснолучская" мәктәптә­рен­дәге ихлас әңгәмәләр, фекер алышыуҙар, принтер, ҡағыҙҙар бүләк итеү йылы мөхит тыуҙырҙы. “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаты Сергей Викторович Серов менән дә осрашырға насип булды. Иң әһәмиәтлеһе – Луганск ҡала­һындағы "Добродия" икмәк комбинаты директоры Зинаида Гавриловна Найден менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Дәүләт теле-радиокомпанияһының "Луганск-24" каналында тура эфирға сығып, эшлекле әңгәмә ҡороу ҙа минең өсөн әһәмиәтле булды. 12 май – Луганск Халыҡ Республикаһы өсөн иң тантаналы байрамдарҙың береһе. 2014 йылда ул республика булып формалаша, Рәсәй Федерацияһына ҡушыла. Әлбиттә, был көндәге байрам мөхите күңелдә матур иҫтәлек булып ҡалды. Һуңғы көндәр "Шайморатов эҙҙәренән" акцияһы менән тамамланды, Шайморатов һәйкәле асылыуға бер йыл тулыуҙы билдәләнек. Мобилизацияланған һалдаттарға Әхтәм Боҫҡонов биргән изге бетеүҙәрҙе үҙ ҡулым менән тапшырып, бурысымды үтәнем. Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы вәкиле Тимерйән Рәжәпов миндә оло ихтирам уятты, уның ниәттәренең ни тиклем изге, мәртәбәле булыуы һоҡландыра. Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары туғандаш халыҡтары янында булған уй-кисерештәрҙе ҡыҫҡаса яҙып бөтөрлөк түгел, әлбиттә. Тыныслыҡтың ниндәй ҡиммәткә эйә булыуын, уның ниндәй ҡорбан килтереүен, күпме әсәнең күҙ йәше түгеүен фильм аша түгел, ә үҙ йөрәгең аша кисереү бик аяныс һәм ҡыҙғаныс. Ләкин тормош дауам итә..." – тип яҙған ул. Гөлсәсәк Әлибаеваның был ҡыйыу аҙымына уны яҡшы белгәндәр һис тә аптырамағандыр, сөнки халҡым, илем, телем тип янған Хәйбулла ҡыҙының киң далалай оло йөрәге башҡаса булдыра алмаясаҡ. Уның изгелеккә һәм мәрхәмәтлеккә тулы күңеле фәҡәт тирә-йүндәгеләргә бәхет һәм матурлыҡ өләшергә ашыға, үҙенең “тимер аты”нда меңәр саҡрым юл үтеп, әле республиканың бер урынында, әле икенсе яғында ниндәйҙер мәҙәни сараның бағыусыһы булараҡ, үҙенең бүләктәрен тапшыра, кемдер ярҙам һорай икән, ҡулынан килгәнсә уға булышлыҡ итергә ашыға, сөнки башҡаса булдыра алмай ул. Яугирҙәр янына барып ҡайтҡас, әле уларҙың һорауы буйынса бер нисә йомоштарын да теүәлләп ҡуйырға өлгөргән. Һәм йәнә улар янына барыуҙы бурыс итеп алған. Бына шундай сая рухлы, ҡыйыу йөрәкле, эшлекле һәм булдыҡлы Гөлсәсәк Әлибаева кеүек эшҡыуар ханымдар һоҡланыу һәм хөрмәт уята ла инде. Әйткәндәй, яҙғандарыма ҡеүәт өҫтәп, геройым кисә Хәйбулла районының Бүребай урта мәктәбендә “Һуңғы ҡыңғырау” тантана­һында ҡатнашты. Сығарылыш класс уҡыусы­ларына үҙ бүләктәрен тапшырҙы, шайморатов­сыларға Луганск Халыҡ Респуб­лика­һына сәфәре, шайморатовсылар хаҡын­дағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.+ Кәримә УСМАНОВА