Тыуған ауылым Ялсыҡайға етәрәк әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торған Ҡыҙылтауыбыҙ күренә. Кемгәлер ул тау түгел, түбәләс булып тойолор, әммә минең өсөн ул сабый сағымдан, шунда тәгәрләп йөрөп, тәкмәсләп үҫкән, яратҡан ҙур тауым булып иҫтә ҡалды һәм шулай булып ҡаласаҡ... мәңгегә. Был хәтерҙе яңыртыу, юҡһыныу һүҙҙәре нимәгә кәрәк булды һуң әле? Игелекле уҡытыусылар Бала саҡта күргән-кисергәндәрҙең барыһы ла мейенең ниндәйҙер бер өлөшөндә оялай ҙа шунда ғүмерлеккә тороп ҡала, ахырыһы. Ниңәлер, уңмай ҙа, юғалмай ҙа ошо күренештәр. Әленән-әле хәтер ҡылдарын ҡуҙғытып, күңелдең нескә ептәрен сиртеп ебәрәләр һәм үҙеңде әллә ҡасан булған ваҡиғаларға илтеп ҡуялар, күптәнге хәлдәр, бер-бер артлы теҙелешеп, күҙ алдына килә. Аһ, хәтер тигәнең, ниңә шул тиклем аяуһыҙ ҙа, шул уҡ ваҡытта мәрхәмәтле лә икән? Билдәле афоризмда әйтелгәнсә – бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған... Күңел һиҙгерлеге бөтә ваҡиғаларҙы ла тергеҙеп ҡала алмаған хәлдә лә, уларҙың ҡайһы берҙәре үҙенән-үҙе, һинең иркеңдән тыш, йәнеңде сабырһыҙлап, ҡалҡып килеп сыға ла хис-тойғоно тулыштырып арбап ала... Мәктәптә уҡып йөрөгән саҡтарым әле лә иҫемдә. Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп кенә ине. Тәүге уҡытыусыбыҙ, ауылдашыбыҙ Гөлләрә Ғәйзулла ҡыҙы Мөхәмәтҡолова (һуңынан Әлмөхәмәтова) булды. Уның тураһында алдағы яҙмаларымдың береһендә әйтеп киткәйнем инде. Гөлләрә апайыбыҙ иҫ киткес тәртип яратҡан һәм шуны уҡыусыларынан да талап иткән мөғәллимә ине. Тәртип булмаһа, ниндәй белем алыр инек? Хәтеремдә, Гөлләрә апай беҙҙән рус һүҙҙәрен ятлатып, уларҙың дөрөҫ яҙылышын хәтерҙә ҡалдырырға өйрәтте. Был талапсанлыҡ миңә аҙаҡтан Таймаҫ урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән яҡшы уҡырға ярҙам итте, Гөлләрә Ғәйзулла ҡыҙына мең рәхмәтлемен. Таймаҫ урта мәктәбе уҡытыусылары ла минең өсөн иң мәрхәмәтле, изгелекле, ғәҙел, балалар күңелен аңлай белгән мөғәллимдәр булып хәтеремдә ҡалған, әле лә шул уҡ фекерҙәмен. Артабанғы яҙмышымды ла ошондай изге күңелле, йәш уҡытыусы Флүрә Шәмсыуар ҡыҙы Мәҡсүтова апайҙың миңә ҡарата йылы мөнәсәбәте билдәләне. Өфөләге 1-се республика мәктәп-интернатына уҡырға индем. Теләгем бик көслө ине. VII класты тамамлағас, әсәйем менән баш ҡалалағы ошо мәктәпкә юлландыҡ. Математиканан һәм рус теленән имтихан бирҙем. Тик мәсьәләнең айышына төшөнөп, еренә еткереп эшләй алмағас, ауылға кире ҡайтып китергә тура килде. Уҡытыусылар икенсе тапҡырға имтиханға килеү мөмкинлеген әйтте. Өйгә ҡайтҡас, көн дә ун километрҙай араны үтеп, Флүрә Шәмсыуар ҡыҙына консультацияға йөрөнөм. Шуныһы хәҙер ғәжәп тойола – ял ваҡытында йәш уҡытыусыбыҙ (ул саҡта Мораптал ауылында йәшәй ине) уҡыусыһы менән шөғөлләнергә нисек ваҡытын йәлләмәгән, нисек мине кире бороп ҡайтармаған? Бөтөнләй бушлай бит. Икенсе тапҡыр Өфөгә барып, имтихандарҙың икеһен дә яҡшыға тапшырып, интернатҡа уҡырға инеп киттем. Бына ниндәй изгелекле уҡытыусылар бар ине заманында! Беҙ уҡыған алтмышынсы йылдарҙа ихласлыҡ, кешеләргә ярҙам итеү тойғоһо көслө ине. Хәҙер ҙә бөтмәгәндер, моғайын, ундай ысын уҡытыусылар барҙыр. Беҙҙең тормош гөрләп торҙо Мәктәп-интернатта мин VIII “Г” класына эләктем, “Д” класы ла булды. Балалар йортонан уҡырға килгәндәр ҙә бар ине. Әхмәт Яҡупов менән Фәриҙә Фазлиәхмәтова V кластан алып ошонда уҡыйҙар икән. Беҙ ҙә, яңы килгәндәр ҙә, күмәк кенә инек, бөтәһе ҡырҡлап бала. Класыбыҙ химия йүнәлеше буйынса уҡыны. Етәксебеҙ – химия уҡытыусыһы Людмила Александровна Вождаева, ә тәрбиәсебеҙ йәш кенә Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы Ҡужина булды. Тәрбиәсебеҙҙең оҙон матур сәстәренә ҡарап иҫебеҙ китә ине, берҙән генә үреп ебәрһә, үксәһенә тиерлек етә. Ул ғаиләһе менән интернаттың беренсе ҡатындағы бәләкәй генә бүлмәлә өсәүләп – ире Ғәлиәскәр ағай һәм улдары Азат менән йәшәне. Интернатҡа өйрәнеп китеү тәүҙә ҡыйыныраҡ булды, әлбиттә. Төрлө холоҡло балалар бер ерҙә, бер үк коллективта, аңлашып-һыйышып йәшәргә өйрәнергә тейеш ине. Мәктәп тормошо гөрләп торҙо. Төрлө түңәрәктәр эшләне. Ҡурайҙа уйнарға ла, бейергә лә өйрәнеү мөмкинлеге булды. Беҙҙең кластан Земфира Әхмәҙиева, Әхмәт Яҡупов бейеүгә йөрөнө. Мин әҙәби түңәрәкте үҙ иттем. Әҙәбиәткә ылыҡҡан, ижад менән мауыҡҡан уҡыусылар күп булды. Гүзәл Солтанова, Әхәт Бакиров һәм Юлай Кәримовтарҙың әүҙемлеген хәтерләйем. Түңәрәкте башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова алып барҙы. Үҙ эшенә мөкиббән киткән мөғәллимдәрҙән ине ул. Өфөлә йәшәгән яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы осрашыуҙарға йыш саҡырҙы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаш, һуңыраҡ фронтовик-шағир Ҡадир Даян менән осрашыуҙар бик иҫтәлекле булды. Хөрмәтле шағирҙарҙы почетлы пионер итеп алдыҡ, шиғырҙарын тыңланыҡ. Ысын яҙыусылар менән күрешеү беҙҙең өсөн онотолмаҫлыҡ хәтирә булып иҫтә ҡалды, бергәләп фотоға төштөк. Шуныһы ҡыҙғаныс, бөтә фотолар ҙа һаҡланмаған. Класыбыҙ химия йүнәлешен һайлағас, беҙ аналитик химияны өйрәндек, ҡатмарлы формулаларҙан башыбыҙ ҡатып бөтә ине. Лабораторияға ла йөрөйбөҙ, дәрестән һуң пробиркалар йыуабыҙ, уҡытыусы менән берлектә төрлө тәжрибәләр үткәрәбеҙ. Фәнгә ылығыуым агроном булыу хыялын үҫтерҙе. Был минән химия фәненә нығыраҡ иғтибар биреүҙе талап итте. Фәнде бик яҡшы белдем, тип әйтеү ҙә дөрөҫ булмаҫ, “бишле”гә еткерә алманым. Ә физика ауыр бирелде, уҡытыусыбыҙ Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина үҙе лә ныҡ талапсан булды. Шөкөр, мөғәллимәбеҙ оҙон ғүмер кисерҙе, күбебеҙҙең яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торҙо, туҡһанын тултырып, баҡый донъяға күсте. Мәктәптә үткәрелгән күңелле байрамдар, концерттар, Яңы йыл кисәләре үҙе оло ваҡиға ине беҙҙең өсөн. Бер Шыршы байрамында вьетнам ҡыҙы булып кейенгәнем хәтерҙә. Тәрбиәсебеҙ Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы миңә костюм табып бирҙе, рәхмәт инде апайға. Ҡалғанын йүнәтәһен йүнәтеп, үҙем өлгөртөп кейҙем, төрлө битлектәр эшләнек, бейеүҙәр ваҡытында бер-беребеҙҙе танымай ҙа торҙоҡ әле, төрлөбөҙ төрлө милләт кейемендә ине бит. Ғәжәп күңелле, бер ҡайғыһыҙ, хыялый сағыбыҙ булған икән үҫмер мәлдәребеҙ! Әҙәби түңәрәккә йөрөгәс, һирәк-һаяҡ булһа ла шиғырҙар ҙа яҙғыланым. Уларҙың ҡайһы берҙәре “Башҡортостан пионеры” (хәҙер “Йәншишмә”) гәзитендә баҫылып сыҡты. VIII класта уҡығанда юлбашсыбыҙ В. И. Ленинға арналған шиғырым әлеге гәзиттең иң беренсе битендә донъя күрҙе. Һәр бала – күҙ уңында Мәктәптә В.И. Лениндың тыуған көнөнә арнап комсомолдар ойошторған шиғыр конкурсында мин дә ҡатнаштым, гәзиттә баҫылған шиғырымды яттан һөйләнем. Унда бүләк ителгән матур альбом үҫмер саҡтың бер биҙәге булып әле лә һаҡлана. Бик ҙур ҡыуаныс булды минең өсөн. Дәрес әҙерләүгә ваҡыт күп китһә лә, шиғыр яҙыуымды ташламаным. Беҙгә, ауыл балаларына, белем тауҙарына үрләү еңелдән булманы. Хәлебеҙҙән килгәндә лә, килмәгәндә лә ныҡ тырыштыҡ. Уҡытыусылар ҙа көн һайын арымай-талмай белем бирҙе... Дәрес әҙерләргә тотонғансы, мәктәптең тирә-яғын таҙартыуға, матурлауға үҙебеҙҙең өлөштө индерҙек: сүп-сарҙан таҙарттыҡ, ағастар ултырттыҡ, башҡа эштәрҙә лә әүҙем ҡатнаштыҡ. Ул сағында мәктәптең үрге яғында ҙур ғына алмағас баҡсаһы бар ине, сентябрь айҙарында алмаларҙы йыйып, ашханаға тапшырабыҙ, аҙаҡ өҫтәлдәргә тәмле һуттар ҡуйыла. Хәҙер мәктәбебеҙ яңырған, ҙур үҙгәрештәр кисергән. Уҡыусылар өсөн уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырылған. Элек бер бүлмәлә егермеләп кеше йәшәгәнде иҫкә төшөрһәк, хәҙерге шарттар иҫ киткес һәйбәт. Мәктәптең көн тәртибе буйынса иртән торғас та ашхана алдына күнегеүҙәр яһарға сығабыҙ, тырыша-тырмаша эйеләбеҙ-бөгөләбеҙ. Бер мәл, май айы ине шикелле, күнегеүҙәрҙән һуң, ятаҡҡа йүгереп менеп барғанда, мине мәктәп директоры Төхвәт Хәлим улы Аслаев туҡтатты. Ул мәктәпкә көн һайын сәғәт етегә килеп етә торғайны. – Ҡотлогилдина, тороп тор әле, – тип миңә өндәште Төхвәт Хәлим улы. Мин аптырап ҡалдым. Тәртип тә боҙманым. Нимә булды икән, тип шөрләп киттем, баҙнатһыҙ ғына директор алдына килеп баҫтым. – “Совет Башҡортостаны” гәзитенең кисәге һанында “Ун ете йәштәгеләр” рубрикаһында бер төркөм ҡыҙҙар араһында һинең дә шиғырҙарың бар. Быныһы яҡшы. Икенсенән, бына нимә әйткем килә, Ҡотлогилдина, һин мөхәббәтте түгел, ә Тыуған ил, тыуған ер тураһында яҙ бүтән ваҡытта, яраймы? Шул турала уйла, ярай, бар юлыңа, – тип ҡулын һелтәне. Директорҙың был һүҙҙәре мине кинәт шаңҡытты ла, ҡыуандырҙы ла, сөнки ошондай абруйлы ҙур гәзиттә шиғырҙарым баҫылыуы үҙе үк шатлыҡлы ваҡиға булһа, икенсе яҡтан, аптырашта ҡалдым. Әлеге мәлдә, миңә ун ете йәш тә тулмаған саҡта, мөхәббәт тураһында яҙмай, нимә хаҡында яҙа алам инде?! Ун ете йәштә кешенең тотош хыялға бирелеп, романтика менән йәшәгән осоро ла бит әле. Тыуған ил, тыуған ер тураһында шиғырҙар тәжрибә туплағандан һуң ғына яҙылалыр, моғайын. Ун ете йәштә күптәр был турала уйланмайҙыр ҙа. Бәлки, яңылышамдыр. Әлбиттә, беҙҙең быуындан алдараҡ тыуғандар иртәрәк өлгөргәндер ҙә, һүҙ юҡ, заманы шуны талап иткәндер. Директорыбыҙға килгәндә, ул интернатта тәрбиәләнгән һәр бала өсөн борсолоп, уларҙың яҙмышын яҡшыраҡ күҙаллау, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеү өсөн янып-көйөп эшләне. Бер бала ла уның күҙ уңынан ысҡынманы. Төхвәт Аслаевтың мәктәпкә идара иткән дәүер бик данлыҡлы осор булған. Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта (ул ваҡытта Ленинград) һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа уҡыусыларыбыҙҙың күпләп уҡып йөрөгәнен беләбеҙ. Республикабыҙҙа кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙә Төхвәт Хәлим улының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ булды. Хаҡ һүҙҙәр Беҙ бер-беребеҙ менән танышҡанда “интернатский” тип өндәшә торғайныҡ. “Интернатский” булғас, барыһы ла аңлашыла. Ярҙам ҡулы һуҙыу, бәләлә ҡалдырмау – мотлаҡ ғәмәл. Был тормош девизы элек-электән килә, миңә ҡалһа, бындай ярҙамсыллыҡ, һәйбәт мөғәмәлә әле лә һаҡлана шикелле. Ошо йәһәттән бер ваҡиға иҫемдә. Беҙҙең ауылдан да унлап бала интернатта уҡыны. Бары оҙайлы каникулға ғына ҡайта ала инек – көҙгө-яҙғы бысраҡ, юлһыҙлыҡ, ҡышҡы һыуыҡтар ҡамасауланы. Бер саҡ көҙгө каникулдан һуң күмәкләп Күмертау вокзалында Өфөгә китәсәк поезды көтәбеҙ. Иртәрәк килеп етеп, билет алырға йыйындыҡ. Балалар араһында мин иң өлкәнерәге булып сыҡтым, шуға күрә барыһы ла аҡсаларын миңә бирҙе. Аҡсаны пальто кеҫәһенә һалдым да билетҡа сиратҡа торҙом. Кассаға килеп еткәс, ҡулымды кеҫәгә тыҡһам, аҡса юҡ. Аҡсаны кеҫәгә һалғайным да баһа, аптырап киттем. Башҡалар гөжләшә башланы, уларға ла билет алырға кәрәк. Шул саҡта пассажирҙарҙың береһе эргәмә килеп, минең артта торған иргә өндәште: “Верните детские деньги, иначе милицию вызову”. Ни ғәжәп, теге ир аҡсаны һүҙһеҙ-ниһеҙ килтереп сығарҙы ла теге кешегә тотторҙо. Аҡсаны ҡайтарып алған мәрхәмәтле ир, яныма килеп: “Берите билеты”, – тине. Ни эшләргә белмәй, ҡойолоп төшкән еремдән был кешенең исемен һорап ҡалырға ла, рәхмәт әйтергә лә башым етмәгән. Донъяла ярҙамсыл, изгелекле кешеләр бөтмәгән икәненә ныҡ ышандым шул мәлдә, эстән генә рәхмәттәр уҡыным уға. Бәлки, ул да “интернатский” булғандыр, кем белә... Оҙайлы каникулдарға ауылыбыҙға ҡайтып йөрөһәк тә, ике-өс көнлөк байрамдарҙа интернатта ҡалырға тура килде. Шундай саҡтарҙа һабаҡташым Ғәйшә Булатова үҙенең тыуған яғына – Дәүләкән районының Көрмәнкәй ауылына алып ҡайта ине. Күмәк ғаиләнән ине ул. Береһенән-береһе бәләкәй һылыуҙары, ҡустылары бар. Ғәйшәнең әсәһе, түңәрәк битле, алсаҡ йөҙлө Хөршиҙә апай, шул тиклем яғымлы, йомарт күңелле кеше булып иҫтә ҡалған. Анау ҡәҙәр балаларҙы (11 бөртөк!) нисек кейендергән дә нисек туйындырған икән әсә? Хоҙайҙың ярҙамы менән булғандыр. Мин белгәндә, уларҙың атайҙары мәрхүм ине инде. Оло сабырлыҡ, ҙур хеҙмәт һалып, түҙемлек менән кеше иткәндер балаларын Әсә кеше! Хәҙер бер туғандар өсәү генә тороп ҡалған. Оло ҡайғы-хәсрәт кисерергә тура килгән Ғәйшә әхирәтемә. Хоҙай уға ҡорос ныҡлыҡ, түҙемлек һәм һаулыҡ бирһен, үҙ балаларының һәм ейәндәренең, ейәнсәрҙәренең ҡыуанысын күреп, донъяларының теүәллегенә шатланып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен, тип теләйем. Хәҙерге көндә Ғәйшә һабаҡташым, Учалы районының Туңғатар ауылында балаларының матур тормошона ҡыуанып, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, кинәнеп йәшәп ята. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ашнаҡсы булып эшләгән. Үҙ һөнәренең оҫтаһы ул. Көн һайын биш намаҙын ҡалдырмай, Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ҡәнәғәтлек ҡылып, доғаларын уҡып, күңеленән кешеләргә рәхмәттәрен яуҙырып ғүмер кисерә ул. Кешегә тағы нимә кәрәк? “Күңел бөтөнлөгө булһа, шул да етә. Башҡаларға ауырлығыңды һалмай, аяғөҫтө йөрөй алһаң, Аллаға шөкөр, тиһең”, – шулай ти Ғәйшә һабаҡташым. Хаҡ һүҙҙәр. Тағы ла шуныһы мөһим: ил именлеге тотороҡло булһын, тыныслыҡ килһен. Был яҙмамда күп һабаҡташтарым тураһында яҙырға булыр ине. Уларҙың байтағы – үҙ эштәрендә танылыу яулаған шәхестәр, илебеҙгә кәрәкле һөнәр эйәләре. Атҡаҙанған табип-хирургтар, педиатрҙар, юристар, уҡытыусылар, иҡтисадсылар, яҙыусылар, спортсылар, фән эшмәкәрҙәре һәм башҡа бик күп һөнәр оҫталары бар. Юбилей даталарында осрашҡылап торабыҙ, хәл белешеп, ҡыуаныс-шатлыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашып йәшәйбеҙ. Ҡайһы бер тиҫтерҙәрем, уларҙың маҡтаулы хеҙмәттәре хаҡында яҙмаларым да әҙер, иҫән булһаҡ, баҫылып сығасаҡ китабымда осрашырбыҙ әле, тип уйлайым. Амин, шулай булһын. Миңлегөл ХИСАМОВА (ҠОТЛОГИЛДИНА)1966 йылғы сығарылыш уҡыусыһы