Уҙған аҙнала Ишембай ҡалаһында урынлашҡан ябыҡ типтағы Ишембай махсус уҡытыу-тәрбиә учреждениеһында “Закон менән конфликтта булған үҫмерҙәрҙе ресоциализациялау мәсьәләләре буйынса” Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтте. “Алтынсы класҡа тиклем минең ҡыҙым София башҡа балаларҙан айырылманы, тыныс, ғәҙәти бала ине. Мәктәптә матур уҡыны, буш ваҡытында бейеүҙәргә һәм инглиз теленән шөғөлләнергә йөрөнө. Тик бер мәлдә тәртибе үҙгәрә башланы: уҡырға теләмәй, ғаиләлә насар һөйләшә, ҡаршылаша, түңәрәктәрен ташланы, өйҙән ҡаса. Ҡыҙ балаға түбән тәгәрәр өсөн күп тә кәрәкмәй, аҙ ғына ваҡыт эсендә София танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Психологтар, участковый, полиция, комиссиялар – бер нимә лә файҙа бирмәне. Мин күҙ алдымда баламды юғалта башланым. Шул саҡта Башҡортостандың Ишембай ҡалаһында тәртибе боҙолған ҡыҙҙар өсөн махсус уҡыу йорто барлығын әйттеләр. Алдымда ауыр һорау тыуҙы: ҡыҙымды бер нисә йылға ябыҡ учреждениеға ебәреп, уны оҙаҡ ваҡыт күрмәҫкә, ләкин матур киләсәккә шанс бирергәме, йәки янымда тотоп, бәлки, мәңгегә юғалтырғамы? Кәңәшләшеп, беҙ беренсе юлды һайланыҡ һәм бер тапҡыр ҙа үкенмәнек. Бөгөн элекке Софиябыҙҙы күрәбеҙ. Ул тырышып уҡый, яңы һөнәрҙәр үҙләштерә, яңынан асылып китте, ә училищены тамамлағас, Мәскәү дәүләт университетына журналистика факультетына инергә йыйына. Һәм мин ышанам – барыһы ла яҡшы буласаҡ!” Был – учреждениела тәрбиәләнгән ҡыҙҙарҙың береһенең әсәһенең телмәре. Уның ҡыҙы ысынлап та бында килгәс төҙәлгән һәм яңы тормош башларға йыйына. Һәм уның ише балалар күп. Был уҡыу һәм холоҡ төҙәтеү йортонда бөтә Рәсәйҙән килгән 11 – 18 йәшлек ҡыҙҙар тәрбиәләнә. Ябыҡ типтағы учреждениела үҫмерҙәр тәүлек әйләнәһенә йәшәй, ошонда уҡый һәм реабилитация үтә. Хоҡуҡ тәртибен боҙған балалар суд ҡарары буйынса уҡыу йортона урынлаштырыла. Әммә маҡсат уларҙы ҡаты режимда тотоу түгел, ә холоҡ-фиғелдәрен төҙәтеп, белем биреп, йәмғиәткә лайыҡлы кешеләр итеп сығарыуҙа. Күп осраҡта ата-әсәһенән һәм йәмәғәтселектән иғтибар алып еткермәгән ҡыҙҙар бында яңынан йәшәргә өйрәнеп кенә ҡалмай, киләсәктә кәрәк булырлыҡ һөнәр ҙә алып сыға. Кәңәшмә башланыр алдынан ҡунаҡтарға училище биләмәһе буйлап экскурсия ойошторолдо. Әйткәндәй, уны тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар үҙҙәре үткәрҙе. Әлеге ваҡытта учреждениела 50-нән ашыу үҫмер ҡыҙ тәрбиәләнә. Уның директоры – тәжрибәле етәксе Гүзәл Ғайса ҡыҙы Шәһиева. Ҡыҙҙарҙың йәшәү һәм уҡыу шарттары һәйбәт булһын өсөн ул күп көс һалған. Тәрбиәләнеүселәр төшкә тиклем уҡыуҙа була, аҙаҡ дәрестәргә әҙерлек менән шөғөлләнә, түңәрәктәргә йөрөй. Спорт һәм музыка залдары, информатика кабинеты бар. Бейеү, вокал, һүрәт төшөрөү, ҡул эштәре, спорт, театр һәм башҡа түңәрәктәр эшләй. Ҡыҙҙарҙы тегенсе, штукатур һөнәренә уҡытып сығаралар. Үҫмерҙәр менән ҡаланың көслө педагогтары, төрлө белгестәре эшләй. Әйткәндәй, тәрбиәләнеүселәр үҙ оҫталыҡтарының ҡайһы бер төрҙәрен ҡунаҡтарға ла күрһәтте. Милли кейемдәге ҡурсаҡтар күргәҙмәһе, үҙҙәре төшөргән картиналар, теккән әйберҙәре, бешергән аштары тәҡдим ителде. Шулай уҡ сараны тантаналы асыу барышындағы концерт та ҡыҙҙарҙың тырышлығы менән әҙерләнгәйне. Илдең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы уҡыу йортоноң теплицаһы, оранжереяһы һәм баҡсаһы аптыратты. Ҡыҙҙар үҙҙәре үҫентеләр үҫтерә һәм уларҙы йәй буйы ҡарап уңыш ала. Барлыҡ биләмә гөл-сәскәгә күмелгән. Конференцияла абруйлы спикерҙар ҡатнашты. Улар араһында Рәсәй Мәғариф министрлығының балалар хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Лариса Фальковская, Рәсәй төбәктәренең Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкилдәре, шул иҫәптән Башҡортостан буйынса вәкил Ольга Панчихина, Рәсәйҙәге ошоноң ише үҫмерҙәрҙең ябыҡ типтағы учреждениелары етәкселәре, прокуратура һәм хоҡуҡ һаҡлау системаһы вәкилдәре ҡатнашты. Сара ил Президенты Владимир Путиндың указы менән иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына ла арналды. – Бөгөн Бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәреү өсөн Ишембайҙағы был учреждение осраҡлы һайланманы, әлбиттә. Бында бик ҙур тәжрибә тупланған. Ҡыҙҙар өсөн ошондай учреждение илдә икәү генә. Барыһын да ҡарап, үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Бындағы ыңғай тәжрибә бар илгә таралһын ине тип теләйбеҙ. Уҡытыусылар ошондай ауыр балалар менән эшләргә ҡурҡмаһындар тигән теләк бар. Тәрбиә системаһын булдырыу мөһим. Әлеге проблема буйынса илдә күп нәмә эшләнде. Дөйөм алғанда, үҫмерҙәр башҡарған енәйәттәрҙең кәмеүен теркәйбеҙ, тик шул уҡ ваҡытта ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр артты. Тимәк, башҡараһы эштәр күп, – тине Лариса Фальковская. Ул Ишембай учреждениеһы директоры Гүзәл Шәһиеваға күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн ведомство наградаһы – “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре” тигән исемен тапшырҙы. Кәңәшмәнең программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы ине: тантаналы асыу, экскурсия, оҫталыҡ дәрестәре, фокус-сессия, уның сиктәрендә бәлиғ булмағандарҙың девиант тәртибен иҫкәртеү буйынса мөһим мәсьәләләр, бәлиғ булмағандарҙы үҫтереү һәм реабилитациялауҙың адреслы программалары, иҫкәртеү эшендә тергеҙеү технологиялары, махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеларының эшмәкәрлеген камиллаштырыу тикшерелде. Һис шикһеҙ, закон менән конфликтта булған үҫмерҙәрҙе йәмғиәткә яраҡлаштырыу темаһы бик мөһим һәм ул ведомство-ара тығыҙ эш итеүҙе талап итә. Тәрбиә үҙәктәренән ҡайтҡан үҫмерҙәрҙе тиҙ социаль яраҡлаштырыу һәм ҡабаттан хоҡуҡ боҙоу хәүефен булдырмау маҡсатында уларҙы өҙлөкһөҙ оҙатып барыу мөһим бурыс булып тора. Ольга Панчихина Башҡортостанда был йәһәттән хәлдәр торошо тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. – Рәсәйҙең Мәғариф министрлығына ҡараған ябыҡ учреждение, бында илдең 30-ҙан ашыу төбәгенән балалар тәрбиәләнә. Араларында беҙҙекеләр ҙә бар. Бөгөн бында күпте күрҙек, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтерәләр. Тегеү, сигеү, бейеү, йырлау, үҫемлектәр үҫтереү, ландшафт, ҡунаҡхана бизнесы – нимәгә генә өйрәтмәйҙәр балаларҙы. Быларҙың барыһы ла ҡасандыр дөрөҫ юлдан китмәгән ҡыҙҙарға үҙгәреү мөмкинлеге бирә. Бындағы шарттар уларҙың ғүмерен төптән үҙгәртә ала. Иң мөһиме – яндарында ярҙам иткән өлкән кешеләр булһын ине. Әлеге ваҡытта учреждениела тәрбиәләнгән ҡыҙҙар өсөн күңелем тыныс, шул уҡ ваҡытта “килһәләр үҙҙәре өсөн һәйбәт булыр ине” тигән ҡыҙҙарҙы ла беләм. Балалар уҡыйҙар, тормошҡа яңыса ҡарарға өйрәнәләр,таланттарын асалар. Бында уҡыу йорто директоры Гүзәл Шәһиеваның тырышлығы ҙур, – тине ул. Кискә тиклем барған кәңәшмә иртәгәһенә Ғафури районында “Красноусол” шифаханаһында дауам итте. Уның һөҙөмтәләре илебеҙ кимәлендә ҡулланылыр һәм үҫмерҙәргә файҙа килтерер тип көтөлә. Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА