Һуңғы осорҙа республиканың төҙөлөш тармағы “ҡулланыусылар экстремизмы” тип аталған күренештән зыян күрә – төҙөлгән объекттарҙағы кәмселектәр өсөн суд аша түләтеү күләме ныҡ артты: 2018 йылда был сумма 15 миллион һум ғына булһа, былтыр ул өс миллиард һумға еткән! Был хәл күптән түгел Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында тикшерелде. – Быға саҡлы автостраховкалау өлкәһендә эшләгән юристар хәҙер күпләп күсемһеҙ мөлкәт даирәһенә күсә, – ти Төҙөүселәр ассоциацияһы ағзаһы, Өфө ҡала советы депутаты Вячеслав Якин. – Улар ҡануниәтте ныҡлап өйрәнә, объекттарҙағы йыш ҡына үтә ваҡ булған һәм тиҙ төҙәтелерлек кәмселектәрҙе таба, артабан һатып алыусылар исеменән дәғүәләр бирә, суд аша штрафтар юллай башлай. Вячеслав Якин әйтеүенсә, был дәғүәләрҙең күбеһе формаль сәбәптәргә ҡайтып ҡала. “Мәҫәлән, тәҙрә быялаһында завод маркировкаһындағы буяу юйылған. Һөҙөмтәлә юристар биргән дәғүәлә тәҙрә конструкцияһы брак тип күрһәтелә, шунан һуң төҙөлөш ойошмаһынан яңы тәҙрә һәм уны ҡуйған о