Быйыл Ишембай районы биләмәһендә 23 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү билдәләнде, шуның 15,9 мең гектарын – ярауай бойҙай, 5,2 гектарын техник культуралар тәшкил итә. Ер өлгөрөү менән хужалыҡтар яҙғы баҫыу эштәрен дәррәү башлап ебәргән. Әлеге мәлдә иртә ярауай культураларҙы сәсеү тамамлана. “Лейтер Е.Г”, “Лейтер Е.А.”, “Искәндәров Т.Т.” кеүек крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары был эште теүәлләп ҡуйған. Һуң сәселә торған ҡарабойҙай культураһы районда 1,4 мең гектар ерҙе биләйәсәк. Әлбиттә, мәшәҡәттәр ҙә юҡ түгел. Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәге баш агрономы Фәүзиә Ғилманова әйтеүенсә, ауыл хужалығы культураларының үҫеү мәлендә яҙғы ҡырау төшөүе кире йоғонто яһаған. Һөҙөмтәлә иген шытымдары зыян күргән. Тикшереүҙәр 1500 гектар тирәһе арпа, һоло һәм ужым бойҙайы зарарланыуын асыҡлаған. Районда сәсеү эштәренең барышы менән “Привалов А.З.” крәҫтиән (фермер) хужалығында таныштыҡ, бында ярауай бойҙайҙың һуңғы гектарҙарында эш бара ине. – Апрель урталарында сәсеүгә төштөк. Яҙ быйыл иртәрәк ки