Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексында Рәсәйҙә һәм донъяла бал ҡорттарының хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли симпозиум һәм матбуғат конференцияһы үтте. Сара 20 майҙа билдәләнгән Бөтә донъя бал ҡорттары көнөнә арналды. Был көн кешелектең һәм планетаның сәләмәтлек торошонда ғәйәт ҙур роль уйнаған бал ҡорттарына донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатын күҙ уңында тотоп булдырылған. Халыҡ-ара кимәлдәге сараның ойоштороусыһы булып Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы (ФАО) бүлексәһе һәм Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сығыш яһаны. Сараның төп спикерҙары федераль һәм төбәк Ауыл хужалығы министрлығы, республика һәм урындағы власть органдары, юғары уҡыу йорттары, умартасылыҡ берләшмәһе вәкилдәре, шулай уҡ сит илдәрҙән ҡатнашыусылар булды. Улар араһында БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов, БМО-ның Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы Мәскәү офисы директоры Олег Кобяков, К.А. Тимирязев исе