23 майҙа Өфөлә “ВДНХ-Экспо” майҙанында асылған “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһендә Иглин ауылының “Звездный” биҫтәһендә бүлеү газ үткәргесе эшкә ҡушылды. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Газпром межрегионгаз” компанияһы директоры Сергей Густов ҡатнашты. Телебәйләнеш режимында инженер селтәрҙәре эшенә старт бирелде. 18 километр оҙонлоғондағы яңы газ үткәргесе тораҡтың көньяҡ өлөшөн газ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Бөтәһе 845 ер участкаһы тигән һүҙ. Биләмә халҡы төҙөгән 260 килешеүгә ярашлы, 180 йортҡа газ селтәре үткәрелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин торлаҡ сигенә тиклем газды бушлай үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан социаль газ үткәреү законына ҡул ҡуйҙы. 2022 йыл аҙағында социаль программа тағы оҙайтылды. – Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында газ тултырыу буйынса лидерҙар рәтендә. Бында килешеүҙәрҙе башҡарыу темпы һәм газ селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн техник мөмкинлектәр яҡшы, – тип билдәләне Сергей Густов. – Мин республика ярҙамында газ тултырыу, өйҙәрҙе һәм социаль объекттарҙы газ менән тәьмин итеү буйынса бурыстарҙың үтәлеүенә ышанам. Республика халҡы өсөн газ үткәреүгә сертификаттар бирелеүе һиҙелерлек ярҙам буласаҡ. 8,5 мең тирәһе сертификат тапшырылған да инде. 2023 йыл башынан уларҙың номиналы 100 мең тәшкил итә. Сара барышында Радий Хәбиров газ үткәреү өсөн Иглиндә йәшәгән Анна Титоренкоға сертификат тапшырҙы. Уның ире әле махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Иглиндә газ үткәреүгә бөтәһе ике меңгә яҡын заявка алынған, 1,6 меңе үтәлгән дә инде. Күргәҙмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Газпром трансгаз Уфа” компанияһы директоры Шамил Шәрипов видеобәйләнеш режимында Белореттағы Сибай магистраль газ үткәргестәре производство идаралығының һәм Өфө районындағы технологик транспорт һәм махсус техника идаралығының яңы майҙандары эшенә старт бирҙе. Сара аҙағында республика етәксеһе нефть һәм газ секторы предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Фото: https://glavarb.ru/rus/