Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Лекторҙар ярышты

Өфө тармаҡ колледжы студенты "Лекторҙарҙың мәктәп лигаһы"ның беренсе миҙгелендә еңеүсе булды. Мәскәүҙә Рәсәй "Белем" йәмғиәтенең бер юлы ике конкурсы - "Лекторҙар лигаһы"ның өсөнсө миҙгеле һәм "Лекторҙарҙың мәктәп лигаһы"ның беренсе миҙгеле еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Илебеҙҙең 36 төбәгенән 50 өлкән һәм 20 йәш мәғрифәтсе иң яҡшыһы булып танылды. Еңеүселәргә наградаларҙы Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков һәм "Белем" Рәсәй йәмғиәте генераль директоры Максим Древаль тапшырҙы. Еңеүселәр араһында Өфө тармаҡ колледжы студенты Прокофьев Степан да бар. Конкурста еңеү ҡатнашыусыларға “Белем” мәғрифәт базаһына һәм лекторҙарҙың профессиональ берләшмәһенә юл аса, “Сәйәхәт кенә түгел” программаһы буйынса сәфәрҙәргә юлланыу һәм артабан уҡыу өсөн 500 мең һумлыҡ сертификат алыуға мөмкинлек бирә. "Лекторҙар лигаһы" - төрлө белем йүнәлештәре буйынса мәғрифәтселәрҙең ҙур конкурсы. Конкурстың маҡсаты – социаль-гуманитар һәм техник фәндәр буйынса мәғрифәтселек эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле белемгә, оҫталыҡҡа эйә лекторҙарҙы асыҡлау, үҫтереү һәм дәртләндереү. Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә. Фото һәм сығанаҡ: education.bashkortostan.ru