Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәләр

Стәрлебаш районында йәшәүсе Эльвира Хәмиҙуллинаны яҡташтары әүҙем, ярҙамсыл кеше, изге күңелле ирекмән булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса акциялар башланыу менән Эльвира Фәрит ҡыҙы тәүгеләрҙән булып ҡушыла. Уның изге башланғыстары “Атайсал” проектының маҡсаттары менән дә ауаздаш. Эльвира Фәрит ҡыҙы әсәһе Зифа Ғәбит ҡыҙы менән бергә “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ” ирекле оҫтаханаһы ойоштора. Стәрлебаш район хакимиәте етәкселеге уларҙың был башланғысын хуплап ҡаршы ала һәм тейешле бина бүлеүҙә ярҙам күрһәтә. Район халҡының көсө менән кәрәкле ҡорамалдар алына һәм оҫтахана махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса маҡсатлы эш башлай. Ҡышҡы-яҙғы осорҙа бында 20-30 тегенсе берләшеп, яугирҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәр тегә. Был изге эшкә пенсионерҙар, ветеран уҡытыусылар, декрет ялындағы йәш әсәйҙәр теләп ҡушыла. Тегеү машинаһы булғандар үҙ өйөндә тегә, ә хаҡлы ялдағыларға оҫтаханаға йыйылып, үҙ-ара аралашып, бергәләп эшләү оҡшай. Ошо ваҡыт эсендә Стәрлебаш оҫтабикәләре 44 балаклав, 300-ҙән ашыу танып белеү билдәһе, 22 йоҡо тоғо, 50 комплект йылылыҡ һаҡлаусы кейем, 97 флис өҫ кейеме һ.б. теккән. “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ” ирекле оҫтаханаһы госпиталдәр өсөн түшәк кәрәк-ярағы һәм яралылар өсөн кейем дә теккән. “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ” ирекле оҫтаханаһында “шайморатовсылар папахаһы” тегеү буйынса проект та тормошҡа ашырыла. Уның кураторы – Илнара Дәүләтшина. Илнараның тормош иптәше тыуған ил именлеге һағына баҫҡан яугир. Әҙер әйберҙәр район етәкселеге ойоштороуында йәки ялға ҡайтҡан яугирҙәр ярҙамында махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыла. “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ” ирекле оҫтаханаһына берләшеүселәр яҡташтарға тыуған яҡ сәләме булһын тигән маҡсатта кейемдәргә махсус билдә ҡуйырға ҡарар итә һәм “Башҡортостан”, “Стәрлебаш” тигән яҙыуҙар беркетә башлай. Стәрлебаш ауылындағы 1-се һәм 2-се урта мәктәптәр уҡыусылары шлем өҫтөнә маскировка япмалары эшләүгә тотонғас, “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ” ирекле оҫтаханаһы уларға туҡыма киҫәктәре менән ярҙам итә. Был эштә барлыҡ уҡыусылар ҙа теләп ҡатнаша. Бер аҙнала ун һаҡ әйбере эшләп, алғы һыҙыҡҡа оҙаталар. Был эштәрҙең төп ойоштороусыһы булған Эльвира Фәрит ҡыҙы ирекмәнлеккә 2015-2016 йылдарҙа, Мәскәүҙә йәшәгән сағында уҡ тотона. Донбасс халҡына гуманитар ярҙам ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Тыуған яғына күсеп ҡайтҡас, изге башланғыстарын яҡташтары менән берлектә дауам итә. Уның башланғыстарын ғаиләһе лә хуплап, ярҙам итеп тора. “Ғөмүмән, был проекттарҙы тормошҡа ашырыу – күп кешенең берҙәм хеҙмәте, тырышлыҡ һөҙөмтәһе ул. һәр яҡлап ярҙам күрһәткән район етәкселегенә, райондаштарға, ауылдаштарға оло рәхмәт!” – ти ирекмән Эльвира Хәмиҙуллина. Фотолар: ataisal.ru