Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу” федераль проектын тормошҡа ашыра. Федераль проект сиктәрендә һыу объекттарының ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса саралар – “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Ул ил халҡы араһында экологик грамоталылыҡты арттырыуға булышлыҡ итә, шул иҫәптән һыу ресурстарының сифатын һаҡлауға һәм яҡшыртыуға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итә. Акция Рәсәйҙә иң ҙур экологик башланғыстарҙың береһе тип танылды. Туғыҙ йыл эсендә акция Калининградтан алып Владивостокка тиклем 8 миллион ирекмәнде берләштерҙе, улар 75 меңләп камаз сүп-сар йыйҙы. 2022 йылда ғына 22 мең сара уҙғарылған, уларҙа 1,3 миллион кеше ҡатнашҡан. Акцияны ҙур мәғлүмәт партнерҙары, шул иҫәптән “Комсомольская правда”, Рус медиатөркөмө, ТАСС, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы һ.б. яҡтырта. Йыл һайын федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларында акция тураһында 11,5 мең самаһы мәҡәлә баҫ