22 майҙа Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды. Форумдың тәүге сараһы эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураһы вәкилдәре, эшлекле берләшмәләр, республиканың юғары уҡыу йорттары ҡатнашлығында иртәнге аш мәлендәге бизнес осрашыу булды, унда аҙнаға саралар программаһы ҡаралды. - Эшҡыуарлыҡ аҙналығын беҙ 10-сы тапҡыр уҙғарабыҙ. Форумдың майҙансыҡтары йөкмәткеһе буйынса төрлө. Саралар Өфөлә лә, шулай уҡ муниципаль райондарҙа ла уҙғарыла. Сит илдәр һәм Рәсәй төбәктәре вәкилдәре ҡатнашлығындағы бизнес- шерифтарҙың II төбәк-ара форумы мөһим ваҡиға буласаҡ. 26 майҙа Global Management Challenge бизнесҡа идара итеү һәм стратегия буйынса Башҡортостан Кубогы финалы үткәрелә. Ундағы еңеүсе июлдә Пермдә уҙғарыласаҡ GMC Милли финалында ҡатнашасаҡ, - тип билдәләне ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп Алиса Ғибәҙуллина. Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сараларында эшҡыуарҙар ҙа, үҙмәшғүлдәр ҙә, үҙ эшен асырға ниәтләүселәр ҙә ҡатнаша. Төп маҡсат - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы һәм заманса шарттарҙа эш