Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Гөлсәсәк Әлибаева уҡыусыларға үҙ премияһын тапшырған

Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте хәбәр итә: "Яҡташыбыҙ, “Башбланкиздат” йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Әлибаева тыуған районында йыш ҡунаҡ. Йәмғиәт эшмәкәрлегендә әүҙем эш алып барған ханым райондағы төрлө башланғыстарҙың бағыусыһы ла. Быйыл Әбүбәкер ауылында уның булышлығы менән беренсе тапҡыр атаһы, шағир, Хәйбулла районының талантлы улы - Ҡадир Әлибаевҡа арналған "Әлибаев уҡыуҙары" әҙәби-ижад конкурсы уҙғарылғайны. Мәртәбәле сарала яҙыусының ҡыҙы үҙе лә ҡатнашып, һәр ҡатнашыусы уҡыусыға бүләктәр тапшырҙы. Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә ул шулай уҡ мәктәпкә - синтезатор һәм үҙенең күңеленә хуш килгән ике йырсы ҡыҙға гитара бүләк иткәйне. Был мәртәбәле байрамда бер кем дә иғтибарһыҙ, бүләкһеҙ тороп ҡалманы. Юғары кимәлдә үткән һәм тәүге тапҡыр ойошторолған "Әлибаев уҡыуҙары" киләсәктә йыл һайын уҙғарылаласаҡ тип һүҙ ҡуйышты ойоштороусылар. Шулай уҡ сара барышында киләсәктә махсус премия булдырып, йыл һайын бер нисә алдынғы уҡыусыны бүләкләү теләген дә белдергәйне Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы Әбүбәкер мәктәбендә. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ тип, быйылғы уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса тәүге өс уҡыусыны аҡсалата премия менән бүләкләне лә инде. Ижтимағи ойошманың ҡушма ойоштороусыһы булған Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы Башҡортостандың ағинәйҙәр ойошмаһы исеменән ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт хаттары ла тапшырҙы. Ағинәйҙәр эшмәкәрлеге менән яҡындан ул район үҙәгендә лә танышты. Тәүҙәрәк өҫтәл артында барған йәнле һөйләшеү барышында ошо хәрәкәттең бурыстары, ҡаҙаныштары һәм киләсәккә билдәләнгән йүнәлештәре хаҡында һүҙ барҙы", - тип яҙа улар. Әйткәндәй, эшлекле ханым үҙенең яҡташтарына һәм махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың ғаиләһенә "Башҡортостан-Йома" гәзитен дә яҙҙырып, бүләк итәсәк. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.