Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҡытыусылар тәжрибә уртаҡлашты

Салауат ҡалаһының мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауатта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” төбәк проектына ярашлы, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы нигеҙендә “Психология-педагогия кластары: тәжрибә һәм перспектива” тигән семинар үтте. Уның маҡсаты – файҙалы тәжрибә менән уртаҡлашыу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн колледждар һәм юғары уҡыу йорттары менән үҙ-ара эш итеү йүнәлешен билдәләү. Семинар Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған саралар планы буйынса уҙғарылды. Ҡатнашыусылар педагогия класы уҡыусыларынан торған агитбригада сығышын ҡараны, “Кем ул уҡытыусы?” анимация проекты менән танышты, шулай уҡ семинар спикерҙарын тыңланы. Сара аҙағында педагогия кластары эшендә әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Фото: contenta.info Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/474916#scroll