Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төҙөлөш йылдам бара

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "төҙөлөш сәғәте" форматында күңәшмә үткәрҙе. Унда Өфөләге төҙөлөш һәм Нефтекама ҡалаһы биләмәһен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. – 2023 йылдың беренсе кварталында Өфөлә һәм Нефтекамала 14,7 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, – тине республикабыҙҙың иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәте министры Марат Исламов. – Уға, бюджет аҡсаһынан тыш, 402,7 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәвлиев һәм Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов сығыш яһаны. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.