Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡазанда – башҡорт фольклоры байрамы

Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы ағинәйҙәре Ҡазан ҡалаһында йәшәүсе хөрмәтле милләттәштәребеҙ Йәдкәр һәм Фирҙәүес Бәшировтарҙың саҡырыуы буйынса, Ҡазан ҡалаһына барған. Улар Татарстанда милли мәҙәниәттәр һәм йолалар йылы сиктәрендә үткәрелгән «Башҡорт йорто» ойошмаһының (етәксеһе – Фирҙәүес Бәширова) милли фольклорға бағышланған сараһында ҡатнашҡан. Сара сиктәрендә «Башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәрен һәм туған телен һаҡлауҙа фольклорҙың роле» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолған. Докладтар менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, «Ынйылар» халыҡ фольклор ансамбле режиссеры Рәмзиә Абзалова, Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры балетмейстеры, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлимә Әминева, Татарстанда йәшәүсе билдәле педагог, халыҡ табибе Зәүхиә Ҡәҙербәкова һәм башҡалар сығыш яһаған. Сара Ҡазандағы Халыҡтар дуҫлығы һарайында үткән, унда Татарстандың баш ҡалаһында йәшәүсе бихисап милләттәштәребеҙ ҡатнашҡан. “Йыйында башҡорт йолаларын ҡәҙерләп һаҡлаған, туған моңона, теленә һыуһаған башҡорттар йыйылғайны. Беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар. Сарала һалдатты ҡаршы алыу, бәпес һөйөү кеүек күркәм йолалар күрһәтелде. Милләттәштәребеҙ был осрашыуға ифрат шат булды. Ошо байрамды ойошторғандары өсөн Фирҙәүес һәм Йәдкәр Бәшировтарға ҙур рәхмәт”, - тип билдәләй Яҡут ауылы ағинәйҙәре. Фото: Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөнән.