Ошо көндәрҙә баҡалылар сираттағы гуманитар йөктө хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары янына илтте. Был юлы оҙайлы сәфәргә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәйҙәров, Ахман ауыл биләмәһе етәксеһе Рәзиф Зәйнүҡов һәм эшҡыуар Юрий Митрофанов шәхси автобилендә сыҡты. –Яҡшы йөрөп ҡайттыҡ, егеттәр килеүебеҙгә бик шат булды. Район халҡы туплаған гуманитар ярҙамды алып барып еткерҙек, хәрбиҙәрҙең йәшәү шарттары, көнкүреше менән таныштыҡ. Егеттәр ҡәнәғәт ҡалды.Беҙ уларҙың тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнек, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Рәмил Зәки улы. – Айырыуса улар маскировкалау селтәрҙәренә ҡыуанды. Был юлы хәрби операция зонаһына 32 маскировкалау селтәре оҙатылды, тип хәбәр итә “Баҡалы таңдары”. Был – талап ителгән күләмдең бер өлөшө генә, тағы 400-гә яҡын селтәр үрергә кәрәк. Әле материалдар алыуға аҡса йыйыу дауам итә. Бер селтәр өсөн яҡынса 1500 һум аҡса талап ителә. Ярҙам итергә теләгәндәр булһа, М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына мөрәжәғәт итегеҙ. Вероника Юнусова фотолары.