Бөгөн Өфөләге “ВДНХ-ЭКСПО” комплексында 31-се халыҡ-ара “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе һәм Рәсәй нефть, газ, химия форумы эшен башланы. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙе менән асылды. “Беҙ был майҙансыҡта 31-се тапҡыр осрашабыҙ һәм был саралар дәүерендә Рәсәйҙең нефть, газ һәм химия тармаҡтары төрлө һынауҙар аша үтте”, – тине Радий Фәрит улы. – “Мин Рәсәйҙең 40-тан ашыу төбәгенән килгән ҡунаҡтарҙы ҡайнар сәләмләйем, айырыуса ҙур рәхмәт һүҙҙәре – сит илдәрҙән килгән хеҙмәттәштәребеҙгә... Күргәҙмә һәм форум ябай булмаған шарттарҙа үткәрелә, сөнки тап ошо тармаҡтар санкциялар баҫымына айырыуса ныҡ дусар ителде. Бөгөн ошонда булған күргәҙмәләрҙе ҡарап, был тармаҡтарҙың ышаныслы алға барыуын асыҡ күрәбеҙ”. Күргәҙмә һәм форум нефть, газ тармаҡтарындағы яңы технологик процестарҙы һәм ҡорамалдарҙы күрһәтеү өсөн Рәсәйҙәге иң яҡшы майҙансыҡ булып тора. Һөнәри йәмғиәт фекеренсә, Өфөләге күргәҙмә – экспозицияларҙы ойоштороу, эшлекле саралар ойоштороу һәм спикерҙар һа