Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тыуған ҡалаһын һағынып ҡайтҡан

Бөгөн кис Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ике тапҡыр “Юлдаш хит”, дүрт тапҡыр “Болғар” премияһы, “Яңы татар йыры”, Ваһапов фестивалдәре лауреаты Морат Ғайсиндың 15 йыллыҡ сәхнә ижадына арналған байрам кисәһе булды. Замандашыбыҙҙың яңы концерт программаһын күрергә байтаҡ тамашасылар йыйылды. Һуңғы 13 йылда Ҡазанда ижад итһә лә, Морат Ғайсин тыумышы менән Өфөнән. Музыкаға һәләте бәләкәйҙән асыла. Дүрт-биш йәштәр самаһында малайҙың көйләп йөрөгәненә бер туған апаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлшат Ғайсина иғтибар итә. Һәм Морат тиҙҙән музыка мәктәбендә уҡый башлай. Мәктәптә баян класында белем алған сағында уҡ ул Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып лауреат була. Бер үк ваҡытта йырға оҫталығы үҫешә. Мәктәптән һуң Өфө дәүләт сәнғәт академияһында башҡорт уйын ҡоралдары факультетында, аҙаҡ эстрада бүлегендә белем ала. Үҙе йырлап ҡына ҡалмай, көйҙәр ижад итеүе менән дә билдәле ул. Хәҙер инде 500-ләп йыр яҙған. Бөгөнгө моң байрамында ла ул ижад иткән йырҙар кисәне йәмләне. - Өфөнө һағынып ҡайттым. Ҡазанда йәшәү, эшләү ижади тәжрибә туплау мөмкинлеген бирҙе. Киләсәктә тыуған ҡалама ҡайтыу ниәтем дә ҙур, - тине Морат Ғайсин. Автор фотолары.