Найти в Дзене

Х форумда хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерәсәктәр

Өфөлә 26 июндән 28-ҙенә ҡәҙәр Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы уҙасаҡ. Уның темаһы – “Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы: йомғаҡтар һәм перспективалар”. Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, форумда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай йөкмәткеле программа көтә. 27 июндә “Торатау” конгресс-холында Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе асыласаҡ. Артабан форумдың секция ултырыштары башлана. Уларҙа дуҫ илдәрҙең хеҙмәттәшлек йүнәлештәре буйынса фекер алышыу барасаҡ. Ошо уҡ көндә Рәсәй төбәктәренең сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштары менән эш итеү тәжрибәһе буйынса түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Федерация Советы ҡарамағындағы Йәш ҡануниәтселәр палатаһы менән Беларусь Милли йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр советының (парламентының) берлектәге ултырышы уҙғарыласаҡ. Бер үк ваҡытта Рәсәй менән Беларусь сауҙа-сәнәғәт палаталарының ултырышы ла була. 28 июндә Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова Рәсәй Федерацияһы

Өфөлә 26 июндән 28-ҙенә ҡәҙәр Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы уҙасаҡ. Уның темаһы – “Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы: йомғаҡтар һәм перспективалар”. Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, форумда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай йөкмәткеле программа көтә. 27 июндә “Торатау” конгресс-холында Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе асыласаҡ. Артабан форумдың секция ултырыштары башлана. Уларҙа дуҫ илдәрҙең хеҙмәттәшлек йүнәлештәре буйынса фекер алышыу барасаҡ. Ошо уҡ көндә Рәсәй төбәктәренең сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштары менән эш итеү тәжрибәһе буйынса түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Федерация Советы ҡарамағындағы Йәш ҡануниәтселәр палатаһы менән Беларусь Милли йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр советының (парламентының) берлектәге ултырышы уҙғарыласаҡ. Бер үк ваҡытта Рәсәй менән Беларусь сауҙа-сәнәғәт палаталарының ултырышы ла була. 28 июндә Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова Рәсәй Федерацияһы менән Беларусь Республикаһы субъекттарының дәүләт власы органдары етәкселәре менән осрашасаҡ. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.